Был хаҡта бөгөн мәғариф сәғәтендә хәбәр ителде. Биҫтә уҡыусылар өсөндә, уҡытыусылар өсөн дә уңайлы, тине республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин. 375 кешегә иҫәпләнгән мәктәп һәм 300 кешегә иҫәпләнгән интернатты киләһе йылда проектлау башлана. Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңы белем усағы бар йәһәттән дә заманса буларыға тейеш. Киләһе йылда Башҡортостанда 2 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 7 мәктәп төҙөләсәк. Капиталь ремонт һәм матди техник базаны нығытыуға ла шаҡтай ҙур аҡса бүленә-980 миллион һум. Республика етәксеһе министрлыҡтың эштәрҙе эҙмә-эҙлекле башҡарыу тураһындағы тәҡдимен хупланы. Өҫтәмә аҡсалар мәктәп һәм балалар баҡсалары ашханаларын яңыртыуға һәм биләмәләрҙе тәртипкә килтереүгә тотоноласаҡ.
Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә математика лицейы төҙөләсәк
Тулыраҡ: Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә математика лицейы төҙөләсәк