Башҡортостандан уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадаларҙа еңеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең бер төркөмө-114 бала Кремль шыршыһына юлланды. Мәскәүҙең Дәүләт Кремль Һарайында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына барасаҡ балалар араһында Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы тәрбиәләнеүсеһе Гөлшат Сөнәғәтуллина ла бар. Өфөнөң 37-се мәктәбе уҡыусыһы Карина Недбальская Президент шыршыһына спорт ҡаҙаныштары өсөн саҡырылған. Спорттағы тәүге еңеүҙәрен Карина йөҙөүҙә яулай. Бүлмәһендәге кәштәне биҙәгән бихисап кубок, миҙалдар уның тырышлығы һөҙөмтәһе.Байрамға күлдәк һайлау айырым бер мажараға тиң. Әсә менән ҡыҙ уның өсөн ике көн сауҙа үҙәктәренең буйын буйлап, иңен иңләгән.Волга буйы федераль округынан илдең иң төп шыршыһына иң ҙур делегация быйыл Башҡортостандана.
Исемлектә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиада, бәйге еңеүселәре һәм герой-балалар саҡырылған. Ниндәй генә социаль статуста булмаһын, шулай ҙа уларҙы һайлап алыуҙың төп шарты – өлгөлө уҡыу, тәртип һәм һәләт. Быйыл балалар өсөн Яңы йыл тантанаһы 25 декабргә билдәләнгән. Балаларҙы педиатр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҡарап йөрөйәсәк. 8-13 йәшлек мәктәп уҡыусыларының күбеһе илдең баш ҡалаһы Мәскәүгә беренсегә бара.Байрам, ғәҙәттәгесә, Кремль һарайында ойошторола. Шыршы тантанаһына иһә ил субьектарынан биш меңдән ашыу бала киләсәк. Балаларҙы уйын майҙансыҡтары, техник, ижади һәм оҫтаханалар, Яңы йыл тамашаһы һәм әлбиттә, Ҡыш бабай бүләге көтә.