Тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

Тулыраҡ: Тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

Республика парламенты тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, ошо ата-әсәләргә тейешле түләү, шулай уҡ опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн пособие күләмен 2020 йылдың 1 ғинуарынан 4 процентҡа арттырыу тураһында закон ҡабул итте. Был маҡсатҡакиләһе йылдан республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 68 миллион һум аҡса бүленә.