Өфө табиптары йәнә донъя кимәлендәге оҫталыҡ дәресенә йыйылды

Тулыраҡ: Өфө табиптары йәнә донъя кимәлендәге оҫталыҡ дәресенә йыйылды

Республика кардиология үҙәгендә үтте ул. Төп белгес – Италия кардиология үҙәгенән саҡырылған профессор. Ул уйлап тапҡан махсус ҡоролма – оҫталыҡ дәресендә осрашыуҙың сәбәпсеһе булды.Был оҫталыҡ дәресенә табиптар оҙайлы ваҡыт әҙерләнә. Улар бер йыл буйы эҙләп, операцияға тура килгән 6 пациент таба. Ҡасандыр йөрәккә ҡуйылған яһалма клапанды сирле һаулығына мөмкин тиклем хәүефһеҙ алмаштырыу – операцияның төп шарты.Ә уны тормошҡа ашырыу өсөн махсус ҡоролма кәрәк. Уны Италия профессоры Эустахио Онорато уйлап тапҡан.Рәсәйҙең тик 5 клиникаһында ғына башҡарылған был операцияны хирургтар иң нескә ҡул эшенә тиңләй.

Уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн Татарстан, Мәскәү, Волгоград һәм башҡа ҡалаларҙан хирургтар йыйылды.53 йәшлек Николай Семагиндың йөрәгендәге яһалма клапандар туҙып, уның хәле айлап насарая башлаған. Хәрәкәт итеүе, тын алыуы ауырлашҡан. Бер дауа ла килешмәгән уға. Бөтә өмөт ошо операцияға, ти ул. 3 сәғәт барған операцияның тағы ла бер үҙенсәлеге – йөрәк эшләп тора. Хирургтар ҡабырға араһынан бәләкәй киҫем эшләй һәм иҫке яһалма клапанды йөрәк эсенә инеп яңыһына алмаштыра. Пациент дауаханан ете көн үткәс өйөнә ҡайтарыла.