Тарихи артефакттар - виртуаль ысынбарлыҡта

Тулыраҡ: Тарихи артефакттар - виртуаль ысынбарлыҡта

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында һаҡланған боронғо мәрйендең ЗД күсермәһе донъяның иң яҡшы 10 мәҙәни һәм тарихи мираҫ исемлегенә ингән. Был эш менән юғары уҡыу йортоноң уҡытыусыһы, археолог Игорь Денисов шөғөлләнә. Беҙҙең эраға тиклем беренсе быуатҡа ҡараған мәрйендәрҙе ваҡ деталдәренә, һәр һыҙығына тиклем яҡынайтып ҡарарға була. Ошондай мөмкинлекте моделдең 3Д күсермәһе бирә. Уларҙың барыһы ла скейтчфабком тип аталған интернет ресурста урын алған.Был эш менән Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы Игорь Денисов бер-нисә йыл шөғөлләнә.

Шуныһы ҡыуаныслы, уның хеҙмәттәре донъяның иң яҡшы 10 мәҙәни һәм тарихи мираҫ исемлегенә ингән. Рейтингты ошо сайттың етәкселеге юғары квалификациялы белгестәр менән бергә төҙөй. Тап ошо Хәйбулла районындағы археологик ҡаҙыныу эштәре барышында табылған мәрйендәр Топ-10 исемлегенә ингән. Сармат мәҙәниәтенә ҡараған был биҙәүестерҙең сифатлы 3Д күсермәһен эшләр өсөн Игорь Денисовҡа ике йөҙләгән фото төшөрөргә тура килгән. Шулай уҡ, Игорь Денисов эшләгән ошо балсыҡ һауыттың да 3Д күсермәһе Топ-10 исемлегендә булған. Бронза дәүеренә ҡараған көршәк төрлө нағыштар менән биҙәлгән. Уларға ҡарап борон хужабикәнең уңғанлығын билдәләгәндәр. Был тарихи артефакттарҙың барыһын да – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары тапҡан. Өҫтәүенә, ошо 3Д күсермәләрҙән виртуаль музей эшләнгән. Уның менән телгән һәр кем вуздың сайтына инеп таныша ала. Киләсәктә иһә, уҡыу йортонда махсус лаборатория ла асылыр тип көтөлә.