Сикһеҙ күк йөҙөнә ынтыла уның күңеле

Тулыраҡ: Сикһеҙ күк йөҙөнә ынтыла уның күңеле

Өфө ҡалаһында йәшәүсе пенсионер ханым парашют менән 180-се тапҡыр һикергән. Күберәк тә һикерер инем, йә ҡыҙҙарым ҡаршы,йә табиптар рөхсөт итмәй,ти ул. Тамара Шәһинуроваға быйыл 83 йәш тула. Әммә урғылған дәртенә йәштәр ҙә көнләшерлек. Парашют спорты менән мауығыусыларҙың үҙенсәлекле йолалары ла бар. Мәҫәлән, устар менән самолетты һауаға күтәреү. Нисек кенә теләмәһен табиптар Тамара Николаевнаға бер үҙенә һикерергә рөхсәт итмәй. Бары тик инструктор оҙатыуында ғына. Күберәк тә һикерер инем, йә ҡыҙҙарым ҡаршы,йә табиптар, ти пенсионер ханым. Бәләкәй ҡыҙынан йәшереп ырғырға тура килһә, өлкәне әсәһенең теләген хуплай. Быйыл хатта бергә- тандемда һикергәндәр. 83-сө йәшен ҡыуыусы Тамара Николаевна һалҡын тейеү тигәнде һуңғы 20 йылда бөтөнләй онотҡан. Аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр мәкегә сума. Мин хаҡлы ялда, өлкәнмен тип йорт янында ултырып бәйләм бәйләүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Романтика артынан һаман сикһеҙ күк йөҙөнә ынтыла уның күңеле. Был хистәрҙе бер нәмә менән дә алыштытырлыҡ түгел.