Тематик сәғәттәр илдә иң яҡшыһы

Тулыраҡ: Тематик сәғәттәр илдә иң яҡшыһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән тематик сәғәттәр илдә иң яҡшыһы тип танылды. Мәскәүҙә беренсе тапҡыр “Иң яҡшы төбәк практикалары” премияһы тапшырылды. Республика “Киләсәк төбәге” номинацияһында еңеп сыҡты. Башҡортостан менән бер рәттән был премияға Ленинград һәм Төмән өлкәләре лә дәғүә итә ине. Еңеүселәрҙе Социаль тикшеренеүҙәр институты ғалимдары асыҡланы. Улар аҙна һайын төбәктәрҙең власть органдары эшен баһалап барған. Бер йыл тирәһе элек башланған “Инвест сәғәт”, “Сәләмәтлек сәғәте”, “Транспорт сәғәте”, “Мәғариф сәғәте”, “Район етәкселәре сәғәте” кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуҙа иң һөҙөмтәле алым тип танылды. Премияны Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы.