Башҡортостан хөкүмәте ағзалары исеменән хәйриә аҡсаһын үтенеп яҙылған хаттар ялған. Ленара Иванова бындай хаттарға ҡул ҡуймағанын белдерҙе. Республика предприятиеларының береһе етәксе исеменә рәсми ҡағыҙҙа яҙылған мөрәжәғәт алған. Унда “социаль яҡлауға мохтаж кешеләргә торлаҡ төҙөкләндереү маҡсатында” ҙур күләмдә аҡса күсереү һоралған. Бындай мутлашыу осраҡтары Башҡортостанда беренсегә теркәлмәй. Үткән яҙ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекция етәксеһе Динар Ғилметдинов исеменән Өфө ресторандарына шылтыратып заказ яһалғаны тураһында хәбәр иткәйнек.
Хөкүмәт исеменән аҡса “һығыусылар”
Тулыраҡ: Хөкүмәт исеменән аҡса “һығыусылар”