Уны бушлай урынлаштырыу башланғысын ҡайһы бер райондар әүҙем күтәреп алды. Ә көҙҙән бындай ярҙам пенсионерҙарға ла күрһәтелә. Ҡариҙел районында 18 йәшкә тиклемге балалары булған бөтә ғаиләләр ҙә янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын алған. Был эште атҡарып сыҡҡан әле республикалағы берҙән-бер муниципалитет. Рәлиә Сәхибгәрәева дауам итә.
Ғаилә башлығы Ринат Сәйфуллин муниципалитет биргән янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын урынлаштыра. Улар барыһына ла бушлай таратыла. Бындай хәүефһеҙлек сараһы бик мөһим, ти Сәйфуллиндар. Ҡариҙел районында 18 йәшкә тиклемге балалары булған 2 мең ярым ғаилә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын алған. Ағас йорттар күп булғас, ут сығыу хәүефе ҙур, ти Яңы Йәнсәйет ауылында йәшәүселәр. Әле хакимиәт граждандарҙың башҡа ҡатламдарына ла иҫкәртеүсе ҡоролманы бушлай таратыу мөмкинлектәрен өйрәнә. Исемлектә хаҡлы ялдағылар һәм яңғыҙ йәшәгәндәр. Быға тиклем республика башлығы Радий Хәбиров социаль сәлтәрҙәге сәхифәһендә тап оло йәштәге кешеләр хәүеф зонаһына инә, тип билдәләгәйне.
Янғын сығыуын иҫкәртеүҙә был ҡоролма иң һөҙөмтәле ысул. Бер ай элек Ағиҙел ҡалаһындағы биш ҡатлы йортта йәшәүселәр тап ошо прибор ярҙамында төтөн сығыуы тураһында белеп ҡала. Ҡотҡарыусылар 30 кешене эвакуациялай. Һөҙөмтәлә, янғын ҡазаһыҙ тамамлана. Һуңғы өс йылда иһә иҫкәртеү ҡоролмалары 330 кешене аяныслы хәлдәрҙән ҡотҡарған. Шуларҙың 131-е балалар.