Башҡортостандың үҙендә юғары сифатлы май етештереүсе предприятиеның тауарын халыҡ яратып һатып ала. Күмертауҙың Маячный ауылы элеваторында күптән түгел көнбағышты киптереү өсөн яңы ҡоролма һатып алынды. Был хаҡта хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында. Альберт Рахманғолов Ырымбур дәүләт университетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Күмертауҙың Маячный ҡасабаһында урынлашҡан май һығыу заводында башлай. Цехта эшләү яуаплылыҡтан тыш, ҙур түҙемлек тә талап итә, ти йәш белгес.
Ойошма күптән түгел елләтеү өсөн яңы ҡорама менән дә йыһазландырылған. Унда тәүлегенә өс мең тоннаға яҡын көнбағыш орлоғон киптереп алырға мөмкин.
Күмертау ҡалаһы биләмәһендәге Маячный ҡасабаһындағы май һығыу заводында 300-ҙән ашыу кеше эшләй. Предприятие өсөн сеймал Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе етештереүселәренән һатып алына. Продукция, нигеҙҙә, Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре баҙарына сығарыла.
Заводта бер тәүлек эсендә 1 мең 400 тонна көнбағыш майы етештерә. Продукция үҙебеҙҙең илдән башҡа, сит илдәргә лә экспортлана. Көнбағыш ҡабығы ла әрәм булмай, унан яғыулыҡ гранулалары эшләнә.
Халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған ризыҡтың магазин кәштәләрендә төрҙәре бихисап булһа ла, Башҡортостандың үҙендә юғары сифатлы май етештереүсе предприятиеның тауарын халыҡ яратып һатып ала. Үҫемлек майы Балтик буйы һәм башҡа илдәргә экспортлана.
Ай һайын 15 тонна көнбағыш майы сит илгә тап ошо урындан оҙатыла. .... йылдан йыл уға һорау күбәйә... Быйыл иһә үҫемлек майы Ҡытай, Иран һәм Ҡаҙағстанға оҙатылған.