Башҡортостанда тьюторҙар әҙерләү мәктәбе барлыҡҡа килеүе ихтимал

Тулыраҡ: Башҡортостанда тьюторҙар әҙерләү мәктәбе барлыҡҡа килеүе ихтимал

Был белгестәргә ҡытлыҡ йылдан-йыл арта. Ошо хаҡта Хөкүмәт эргәһендәге инвалидтар эше буйынса Координация советы ултырышында Айбулат Хажин белдерҙе. Мәғариф министры республикала “Ресурс төркөмө” һәм “Ресурс класы” проекттарын бойомға ашырыу маҡсатында мөмкинлеге сикле балаларға белем биреү учреждениеларында махсус шарттар булдырыу эшмәкәрлегенә байҡау яһаны. Коррекцион кластарҙа үҙенсәлекле балалар менән эшләүсе белгестәр – тьюторҙар етмәй. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәүге осорҙа был эшкә педагогия йә медицина колледждары уҡыусыларын ирекмән дәрәжәһендә йәлеп итергә мөмкин, тип белдерҙе. Мәсьәләне өлөшләтә хәл итеү юлын “Әсә йөрәге” фонды тәҡдим итте. Мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән ата-әсә үҙе тьютор белемен алырға риза.

Инвалидтар эше буйынса координация советы ултырышында мөмкинлеге сикле граждандарға уңайлы мөхит булдырыу йәһәтенән юл-транспорт инфраструктураһын яйға һалыу, был йәһәттән йәйәүлеләр өсөн лдар, йорттарҙы пандустар менән йыһазландырыу, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында уңайлыҡтар тыуҙырыу тураһында ла һүҙ булды. Инвалидтарҙы хеҙмәт урындары меннә тәьмин итеү буйынса Башҡортостан йөкләмәлә билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеү сараларын киләһе йылда ла дауам итергә ниәтләй.