Башҡортостан Хатикоһы үҙ хужаһын тапты

Тулыраҡ: Башҡортостан Хатикоһы үҙ хужаһын тапты

Интернет селтәрендә күптәрҙе борсоуға һалған эттең исеме Скай булып сыҡты. Тоғро дуҫ шундай була, тип һоҡланды бәғзе берәүҙәр. Маһмай хәрәкәт ҡыҙыу булған трассала тәгәрмәс аҫтында ҡалған дуҫын ташламай сәғәттәр дауамында һаҡлап йөрөгән.

Был видео Өфө янындағы М-5 трассаһында төшөрөлгән. Видео авторы билдәләүенсә, эт машиналар йөрөгән юлда тәгәрмәс аҫтынада ҡалып һәләк булған дүрт аяҡлы дуҫын ҡарауыллап ултыра. Хайуанды юл сатынан хәүефһеҙ урынға алып китергә теләйҙәр. Әммә эт урынынан ҡуҙғалырға уйламай ҙа. Күрәһең, дуҫының үлеме менән ризалашҡыһы килмәгәндер. Бер нисә сәғәт үткәс кенә юлдың икенсе яғына сығырға була.

Тоғро маһмайҙың ҡотҡарыусыһы Татьяна Казанцева әйтеүенсә, был эште атҡарып сыҡыу өсөн уға хайуандарҙы яҡлаусыларға мөрәжәғәт итергә тура килгән. Улар этте ашамлыҡ менән әүрәтеп машинаға тейәй. Артабан уға Верный тигән ҡушамат тағып, ваҡытлыса приютҡа урынлаштыралар.

Артабан Татьяна дүрт аяҡлы яңы дуҫының хужаларын табыу теләге менән социаль селтәрҙәргә мәғлүмәт ҡуя. Эттең бәләһенә битараф ҡалмаған ҡыҙҙың ҡылығын хуплап күптәр комментарий ҡалдырған. Хатта маһмайҙы үҙҙәренә алырға теләүселәр ҙә булған.

Әммә ваҡиғаның ахыры башҡаса боролош ала. Эттең ысын хужалары табыла. Баҡ тиһәң, улар Скай ҡушаматлы дүрт аяҡлы ғаилә ағзаһын бер нисә көн элек юғалтҡан булған икән. Табылырына өмөттәрен өҙгәс, уйламағанда этте телевизорҙа, Хәбәрҙәр тапшырыуында күреп ҡала.

Скай исеме – ирек һөйөүсе тигәнде аңлата икән. Хәҙер уның – Верный ҡушаматы ла бар. Этте ҡотҡарыусы ҡыҙҙың фекеренсә, был эт үҙенең ҡәҙерлеләрен яҡлай, һаҡлай белеүсе, үҙенсәлекле хайуан.