Кейек бирмә бүләккә

Тулыраҡ: Кейек бирмә бүләккә

Яңы йылға йән эйәһен бүләк итеп биреү модаға әүерелә. Әммә белгестәр бындай сюрприз эшләр алдынан 100 ҡат уйларға кәңәш итә. Сөнки уларҙың яртыһы аҙаҡ урам буйына сығарып ташлана. Сәбәбе ябай – яңы хужалар йәнлекте тәрбиәләргә әҙер булмай сыға. Өфөләге Локи ҡушаматлы янутҡа ла ошондай яҙмыш һынауын үтергә тура килгән. Алһыу Суфиянова дауам итә.

Лаки ҡурҡҡан, һәр кешегә һаҡ ҡарай һәм үҙенең эргәһенә бер кемде лә яҡын ебәрмәй. Декабрь башында ул яңы хужалары йәшәгән 8-се ҡаттан ҡолап, артҡы аяҡтарын йәрәхәтләй. Бәләкәй генә янутты атаһы улының тыуған көнөнә бүләк иткән булған, әммә йәнлек хаҡында бөтәнләй мәғлүм булмаған улар. Янутты бесәй кеүек ҡабул итеп, фатирҙа иркен йәшәткәндәр.

Янут ябай ситлектә йәшәй алмай, ул иркен йөрөһөн өсөн фатир бейеклегендәге бер нисә ҡатлы киң вольер кәрәк. Янут мәрхәмәтле, шаян йәнлек, уйнарға ярата. Белгестәр уның аҡыл ҡеүәһен 3 йәшлек баланыҡы менән сағыштыра. Янутты ҡулға өйрәтер өсөн байтаҡ көс, түҙемлек талап ителә. Шунан ғына ул һеҙҙең дуҫығыҙ булып китеүе ихтимал, әммә янут өсөн бер ваҡытта ла хужа була алмаясаҡһығыҙ.

Жанна үҙе лә бер нисә йыл элек янут аҫрарға теләп, улар хаҡында байтаҡ ҡына мәғлүмәт туплай, һөҙөмтәлә айырым иркен торлаҡ урыны булдыра. Хәҙер уның тәрбиәһендә 5 янут, уларҙың берәүһе ташландыҡ йәнлек. Янут аҫрарға теләүселәр башта бында килеп таныша ала. Жанна һәр кемгә был йән эйәләре хаҡында тулы мәғлүмәт бирә.

Яңы йыл алдынан декоратив ҡомаҡ һәм сысҡандарға ихтыяж артҡан. Өлкәндәр балаларының күңелен күрергә теләп киләһе йылдың тере символын бүләк итә, ә байрамдан һуң интернет уларҙы һатыу тураһындағы иғландар менән тула.

Көтөлмәгән бүләк һатып алыр алдынан, 100 тапҡыр уйлау яҡшыраҡ, тип билдәләй белгестәр. Сөнки тере йән эйәһе ул ғаиләлә тағы ла бер бала кеүек, ул да тәрбиә талап итә.

Тере бүләк Локи әле яйлап һауыға, уға тағы ла бер нисә операция эшләнәсәк. Жанна иһә яңы дуҫының эргәһенән китмәй, көнө-төнө ҡарауылларға тура килә, ти ул. Локиның йорто хәҙер януттар галереяһында.