Үҙ туғандарыңды тап. Башҡортостандың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте, төбәктең милли архивы менән берлектә үҙенсәлекле проект тәҡдим итә. “Башархив” проекты интернет селтәрендә булдырылған сайттан ғибәрәт. Унда 1917 йылда халыҡ иҫәбен алыу барышында теркәлгән уникаль архив документтар урын алған. Биләмәләрҙәге һәр йорттоң хужалары, балалар һаны, шәхси хужалыҡтың кимәлен күрергә була. Шәжәрә төҙөүселәр, фәнни эш менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар, студенттар өсөн Башархив сайты ысын мәғәнәһендә хазина. Әгәр быға тиклем уларҙы тикшереү, өйрәнеү өсөн баш ҡалаға килергә, алдан заявка бирергә һәм рөхсәт алып ҡына архив менән ҡулланырға мөмкин булһа, хәҙер теләгән һәр кем өсөн асыҡ был документтар.