Балаларға балаларҙан бүләк

Тулыраҡ: Балаларға балаларҙан бүләк

Өфөнөң 16-сы гимназия уҡыусылары 5-се йыл республика балалар клиник дауаханаһында дауаланыусы балаларға бүләк әҙерләй. Быйыл да улар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән байрам сараһын ойошторҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Яңы йыл открыткаларын һәр уҡыусы сағыу итеп эшләргә тырыша, кемдер ҡәләмдәр менән һүрәт төшөрә, берәүҙәре аппликация яһай. Ихлас теләктәре ҡәҙерле дуҫым, тип өндәшеүҙән башлана.

Өфөнөң 16-сы гимназия уҡыусылары республика балалар клиник дауаханаһы пациенттарын йыл да ҡотлауҙы матур йолаға әңерелдергән. Тап 5 йыл элек был хәйриә акцияһы уҡыусыларҙың үҙ башланғысы менән булдырыла, хәҙер был сараға бөтә мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, хатта ата-әсәләр ҙә теләп ҡушыла.

Һәр класс бүләктәрҙе туплап, матурлап биҙәгән. Байрам кәйефен Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу күтәреп ебәрә. Ҡумталарҙы микроавтобусҡа тейәп, әкиәт тылсымсылары менән йырлап юлға юлланалар. Ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы балалар көткән, алдан уҡ шиғырҙар ятлап ҡуйғандар, йырҙар әҙерләгәндәр.

Илһам дауаханала беренсе аҙна дауалана, Яүы йыл алдынан сирләп китеүе планда юҡ ине ти уның ғаиләһе. Төшөнкөлөккә бирелгән ваҡытта ошондай байрам, ысынлап та, тылсым кеүек тойола, ти Илһамдың әсәһе.

Балаларҙың сирҙәре лә төрлө. Ҡайһы берҙәре күптән дауаланһа, бәғзе берәүҙәргә Яңы йыл байрамын яңы таныштар менән дауаханала ҡаршыларға тура киләсәк. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ҡотлауы һәр кемгә – олоһона ла, кесеһенә лә — өмөт өҫтәй.

Республика клиник балалар дауаханаһында 13 бүлектә ... бала дауалана.

Донъялағы иң ҡәҙерле бүләк – сәләмәтлек, был һәр кем өсөн бәхәсһеҙ хәҡиҡәт. Яңы йыл байрамына уҡыусыларҙың балаларға бүләге иң мөһиме үҙ-үҙҙәренә сирҙе еңеп сығырға ышаныс өҫтәй.