2019 Башҡортостан өсөн – тарихи йыл

Тулыраҡ: 2019 Башҡортостан өсөн – тарихи йыл

Республика 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Эйе, 100 йыллыҡ тарихын барлап Башҡортостан бөгөн яңы йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫа, яңы тарих биттәрен аса. Ул тарих ата-олатайҙар ҡаны менән яуланған, халҡыбыҙ рухы менән данланған үткәндәргә таяна. Шуға ла нигеҙе ныҡлы, бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге өмөтлө уның.

Башҡортостандың бөгөнгө уңыштарына һалынған нигеҙ тарихы тиҫтә йылдар менән түгел, ә быуат менән иҫәпләнә. Бынан теүәл йөҙ йыл элек, 1919-сы йылда Башҡорт хөкүмәте һәм Үҙәк Совет власы менән төҙөлгән килешеү донъя картаһында яңы дәүләт - Федератив Рәсәй барлыҡҡа килеүҙең тәүге аҙымы. Башҡортостандың йөҙ йыллығы дәүләт кимәлендә билдәләнгән сараға әҙерләнде. Шулай ҙа Башҡортостан Автономияһының йөҙ йыллығы тураһында һүҙ алып барыр алдынан тағы ла бер дата тураһында иҫкә төшөрөргә кәрәк. Бынан биш йөҙ йыл самаһы элек тап башҡорттар үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыу теләген белдерә. Ошо осорҙан алып Башҡортостан Рәсәйҙең ныҡлы терәге булып тора.

Башҡорт Хөкүмәте һәм Совет власы араһында төҙөлгән килешеү бөгөнгө Рәсәй дәүләтенең сәйәси һәм ижтимағи структураһын билдәләй. Договорға ҡул ҡуйыусыларҙың береһе Мстислав Ҡулаев бөгөнгө федерацияға нигеҙ һалған сәйәсмәндәр исемлегенән. Шәриф Манатов, Юныс Бикбов, Зәки Вәлиди һәм башҡалар. Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ул саҡта донъя кимәлендәге яңы сәйәсәттең үҙәгенә әйләнә. Ваҡиғалар үҫешендә Стәрлетамаҡтың да үҙ урыны була.

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. Йөҙ йыллығын билдәләгән Башҡортостан был исемде оҙаҡ йылдар йөрөтә. Субьекттың уңыштары сәнәғәт, иҡтисад, ауыл хужалығы, машиналар эшләү һәм нефть тармағына бәйле. Һөҙөмтәләр, ирешелгән уңыштар. Фән, мағариф, сиҙәм үҙләштереү, мәҙәниәт тармағындағы һөҙөмтәләре өсөн Башҡортостанға 4 тапҡыр иң юғары бүләктәр, 2 тапҡыр Ленин ордены, бер тапҡыр Октябрь революцияһы ордены һәм йәнә лә бер тапҡыр Халыҡтар дуҫлығы наградаһы бирелә.

Йөҙ йыллығын билдәләгн Башҡортостан тарихындағы өс датаны айырым атарға кәрәк. Беренсеһе – башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуы. Был ваҡиғаға хәҙер 500 йыл самаһы булһа, икенсеһе – Совет власы менән килешеү төҙөү. Өсөнсө договор – Башҡортостандың үҙ аллығы тураһындағы Дәүләт декларацияһына ҡул ҡуйыу. Бөгөнгө Рәсәйҙең донъяның сәйәси аренаһында тотҡан урыны беҙҙең туранан тура беҙҙең республика – Башҡортостанға бәйле.

Башҡоростандың үткәне менән бөгөнгөһө айырылғыһыҙ бәйләнгән. Йылына 3-әр миллион тонна ашлыҡ йыйып алған республиканың киләсәккә маҡсаттары билдәле. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай кеүек сәнәғәт гиганттары, Туймазы менән Октябрьскийға тиңләшкән Дүртөйлө һәм Благовещен, Күмертау икенсе һулышын ала. Алдынғы биләмәләрҙә яңы медицина комплекстары ҡулланыуға тапшырыла, мәктәптәр һәм спорт үҙәктәре ҡалҡып сыға. Башҡортостандың даны “Салауат Юлаев” хоккей клубы, “Өфө” футбол клубы, олимпия чемпиондары , донъяға танылыу алған бейеү һәм йыр коллективтары.

Үҙенең йыллығын билдәләгән Башҡортостан тарих китабының яңы битен аса. Республиканың бөгөнгө уңыштары нигеҙе бәлки, сәнәғәт, иҡтисадтан ғына томайҙыр. Йөҙ йыллыҡ тарихы булған Башҡортостан Автономияһының төп байлығы – уның күп милләтле халҡы һәм милләттәрҙең үҙ –ара татыулығы. Киләсәктә лә ошо ерҙә тыуып-үҫкәндәр үҙенең Башҡортостанлы булыуы менән ғорурланырға тейеш.