Ауыл хужалығы өсөн 2019 йыл йомғаҡтары уңышлы булды

Тулыраҡ: Ауыл хужалығы өсөн 2019 йыл йомғаҡтары уңышлы булды

Халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгән Башҡортостан өсөн аграр тармаҡ айырыуса мөһим. Шуға ла Радий Хәбиров был тармаҡта яңы ынтылыш күрергә теләй. Күреп, тотоп булғанынан һеҙгә бер кәрзин күстәнәс итеп алып килдем әле. “Баҫыуҙан кәштәгә тиклем” тигән өндәмә емеше был. Бында үҙебеҙҙә етештерелгән саф, тәбиғи продукциялар. Әйткәндәр “Башҡортостандыҡы – тимәк иң яҡшыһы. Алдынғы бул.” тип аталған яңы проект старт алды быйыл. Бөтә маҡсат – ауыл хужалығын үҫтереү.

Буш, ташландыҡ һарайҙар, емерек ҡоймалар. 2000-се йылдарҙан башлап бөтә ауылдар өсөн тиерлек ғәҙәти күренеш. Ейәнсуралағы хужалыҡтарҙың береһен был хәл әле яңыраҡ ҡына килеп ишек ҡаҡты. 2015-се йылдан алып Яңы Себенле һәм Ҡужабаҡ һөтсөлөк-тауар фермаларының буш тороуы, йөҙәрләгән кеше хеҙмәт урындарын юғалтыуы тураһында бәйән иткәйнек. Хәҙер бында эш ҡайнай. Уҙған йылдың декабренән даими тоҡомло мал ҡайтарыла. Иң мөһиме халыҡ эшле булды.

Бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡтың аяҡҡа баҫтыуында инвестор табылыуы сәбәп. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында ике малсылыҡ комплексы төҙөкләндерелә, яңы техника һатып алына, республикала тиңе булмаған яһалма һуғарыу системаһын да төҙөтөп ҡуялар. Ейәнсуралар хәҙер алдынғылар рәтендә селекция эшенә лә ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостан хужалыҡтары быйыл бихисап тоҡомло таналар алды. Йыл аҙағына республикаға ситтән ҡайтарылған мал һаны 10 меңдән ашыр тип күҙаллана. Сөнки хөкүмәт яҡшы ғына субсидиялай.

Башҡортостан башлығы етәкселегендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығы беренсе – дөйөм хаҡы 85 миллиард һумлыҡ 44 проект раҫланған. Киләһе йылға планлаштырылғандары – 23 миллиард һумлыҡ. Киләсәктә ит етештереүҙе 12 ярым процентҡа арттырып, 450 мең тоннаға тиклем еткереү күҙаллана.

Бүздәктә урынлашҡан селекция-генетика үҙәге. Әле бында Дания тоҡомло 5 мең 400 баш инә сусҡа аҫрала. Селекция-генетика үҙәге Европала иң эреләрҙән һанала. Таврос компаниялары төркөмөндә эшләгән сусҡасылыҡ комплексының эшмәкәрлеге менән Радий Хәбиров танышҡайны. Комплекста өс төр тоҡомло сусҡа ҡауыштырыла. Артабан мал Рәсәй тауар фермаларына оҙатыла һәм сит илгә һатыла.

Республика йәшелсә-емеш үҫтереүҙә лә бөгөн конкурент була алыуын иҫбатлай. “Башҡортостан тауары” билдәһенә Бүздәк теплица комплексы йәшелсәһе лайыҡ. Крәҫтиән-фермер хужалығы йылы япмалары 9 гектар майҙанды биләй. Инвестициялар күләме миллиаррд ярым һум.

Беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары хәҙер донъя баҙарына күпләп сыға. Быйыл Күмертауҙағы Элеватор йәмғиәте Ҡытайға 4 мең тонна көнбағыш майы оҙатты. Уның дөйөм хаҡы 181 миллион 600 мең һум. Йыл дауамында майлы продукция оҙатыуҙан ғына төбәк һәм предприятиелар ҡаҙнаһы 2 миллиард 600 миллион һумға тулыланған.

Башҡортостан быйыл тәүге тапҡыр экспортҡа һыу юлы менән сыҡты. Ә был ерҙән ташығандан ҡарағанда ике тапҡырға осһоҙға төшә. Иран тәүге 10 мең тонна игенде үҙ порттарында бушатты. Төҙөлөп бөтмәгән Башҡорт АЭС-ы урынында быйыл иген терминалын ҡороу тамамлана. Төркиәнән ҡорамалдар ҡайтарылды. Терминал буш тормаясаҡ тип ышандыра аграрийҙар. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан ситкә тауар оҙатып 91 миллион долларлыҡ килем алырға иҫәп тота. 2024-се йылға иһә ул ике ярым тапҡырға артырға тейеш.

Иген иккән – илде туҡ иткән. Башҡортостанда ауыл эшсеһенең ауыр хеҙмәте юғары баһалана. Николай Григорьев Баҡалы районының “Өмәр” йәмғиәте комбайнсыһы. Быйыл уның ураҡ күрһәткестәре республика күләмендә иң юғарыһы тип танылды. Һөнәри байрам алдынан иң алдынғы механизаторҙар лайыҡлы бүләк – автомобиль асҡыстарын ҡулдарына алды.

Мәскәүҙәге "Алтын көҙ" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан һәр йылдағыса үҙен лайыҡлы күрһәтте. Был юлы ла республика Гран-при яуланы. Бынан тыш, быйыл Башҡортостандың 16 предприятиеһы “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында еңеү яуланы.

Киләсәккә маҡсатһыҙ йәшәп булмай. Иген уңышын мәҫәлән яҡын арала 4 миллион тоннаға, ә киләһе йыл һөт етештереүҙе ике тапҡыр арттырыу планда. Республика аҡ аҙыҡ буйывнса Рәсәйҙә әле икенсе урында. Башҡортостан башлығының “сентябрь Указына” ярашлы, киләсәктә аграрийҙар 3 мең трактор, иген-мал аҙығы йыйыу комбайндары һәм башҡа техника аласаҡ. Бының өсөн 40 миллиард һум йүнәлтелә.

Кооперативтарға берләшкән фермерҙар 3 миллион һумғаса финанс ярҙамға өмөт итә ала. Был маҡсатта быйыл 1 миллиард 100 миллион һум бүленде.

Тармаҡтың төп уңышын шулай ҙа ерҙә эшләгән кешеләр булдыра. Ауыл хеҙмәтсәндәре квалификацияһын арттырыуға Республика 70 миллион һумға яҡын аҡса бүлә. Малсылыҡ эшселәре, һөт етештереүселәр һәм эшкәртеү секторындағылар кваллификацияһын үҫтереүгә иғтибар арта. Ауыл хужалығы бөгөн яңы һулыш кисерә, Республика тармаҡҡа йөҙө менән боролдо.