2019 – сүп-сар реформаһы йылы

Тулыраҡ: 2019 – сүп-сар реформаһы йылы

Хәҙер сүпте бер урынға йыйырға ярамай. Йылдың төп ҡағиҙәһе тиерлек бит был. Ҡала ихаталарында хатта контейнерҙар төрлө төҫлө. Быйылдан ауылда ла ҡалдыҡтарҙы яҡындағы сүплеккә ырғытмай, ә махсус полигондарға оҙатырға өйрәнде халыҡ. Илдә сүп-сар реформаһы башланды.

Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылында йәшәгән Әсфәндийәровтар “сүп-сар” реформаһын ыңғай ҡаршы ала. Яҙлы-көҙлө йыйылған ҡыйҙы элек трактор яллап түгергә тура килһә, хәҙер махсус контейнерҙар бар, тиҙәр. Ҡырмыҫҡалы районында 2018 йылдың декабрендә үк барлыҡҡа килгән махсус майҙансыҡтар яңы йылдан иғлан ителгән сүп-сар реформаһының беренсе ҡарлуғастары. Реформа ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа етте шунда күмеүгә сик ҡуйырға вәғәҙә бирҙе. Уны башлаусылар ойошторолмаған сүплектәрҙе бөтөрмәһәк, ҡалдыҡ эшкәртеүҙе яйға һалмаһаҡ, яңы полигондар ҡороуға бөгөндән тотонмаһаҡ үҙебеҙҙең сүпкә үҙебеҙ батабыҙ, тип иҫкәртте. Бөгөн, йылдың һуңғы айы тамамланыр мәлдә үтәлгән эштең береһен һис шикһеҙ билдәләргә мөмкин – сүп-сар сығарған өсөн хаҡ түләнә. Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәрҙең был төрө буйынса иғәнә йыйыуҙа 100 проценттың туҡһаны үтәлә. Тиҫтә йылдар буйына тулышҡан мәсьәләне бер нисә айҙа хәл итеп буламы. Был сәмле маҡсаттың ҡиммәткә төшәсәге сер түгел. Тарифтарҙың Башҡортостан өсөн сағыштырғыһыҙ юғары булыуы уҡ ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Республика башлығы түләүҙәрҙе кәметергә ҡушты.

Һөҙөмтәлә хаҡтар тәүҙә билдәләнгән кимәлдән икеләтә төштө һәм илдә иң түбәндәр иҫәбендә. Сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү йәиһә күмеү бурысын иңенә алған яуаплы операторҙар бар сығымдарҙы “ҡалдыҡ ташлаусылар” иҫәбенә ҡапларға уйламағайны ла. Улар төбәктә тик лицензиялы полигондар файҙаланып, башҡаларын бөтөрөү, сүп-сарҙы айырым туплап, эшкәртеүсе предприятиелар булдырыу маҡсатын ҡуйҙы. Сүп тултырыр иҫке бактар яңы контейнерҙарға алмаштырылды. Төбәк операторы Өфөлә генә 150 ошондай контейнер ҡуйҙы. Парк биләмәләрендә полиэтилен, быяла, ҡағыҙ өсөн айырым пластик һауыттар урынлаштырылды. Пэт-һауыттар өсөн 50 махсус селтәр модуль ҡаралды. Республикала эшләгән 35 рәсми полигон һәм 3000 ашыу ойошторолмаған сүплекте тәртипкә килтереү муниципалитеттар иңендә. Сүп-сар йыйып уны сорттарға айырып эшкәртеүгә тапшырыуҙы йүнсел эшмәкәрлегенә әйләндергәндәр ҙә бар Өфөлә. “Мусор, гудбай” проекты теүәл ике йыл элек башланған һәм уның хеҙмәтен әле йөҙәрләгән кеше файҙалана.

Республиканың экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығы сүп-сар сортлау комплекстарын арттырырға ниәтләй. Республикала улар 13. Ишембай районында республикала беренсе экотехнопарк асылды. Башҡортостанда сүп эшкәртеүсе иң ҙур предприятие нигеҙендә эшләгән конвейер тәүлегенә 180 тонна ҡалдыҡ үткәрә. Артабан ҡалдыҡ төрҙәрен икенсе сеймал итеп ҡулланыу сараһы күрелә.

Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе экологик наҙанлыҡтан ҡотолоуҙан башларға тәҡдим ителә. Эшкә иң тәүҙә балалар тотондо. Башҡаланың Киров, Дим районы мәктәптәре менән балалар баҡсалары “Барыһы ла беҙҙән башлана” тигән проект иғлан итте. Уҡыусылар экология дәрестәре ойоштороп, ҡалдыҡтарҙы айырым ташларға өйрәнә. Сүп-сарҙы айырып йыйыу тәртибен мауыҡтырғыс бәйгеләрҙә ҡатнашып нығыта.

Сүп-сар реформаһы Башҡортостандың 5 көнүҙәк мәсьәләһе иҫәбендә. Ҡалдыҡтар тулы контейнерҙарҙы көн дә күҙәтергә мәжбүр кешеләр сараһыҙҙан Инцидентҡа мөрәжәғәт яҙа. Декабрь башында Радий Хәбиров муниципалитеттарға һәр ошондай осраҡты видеокәңәшмәлә тикшерергә саҡырҙы.

2020 йылдың беренсе ғинуарынан сүп-сар реформаһы дауам итә. Башҡала һәм республиканың бер нисә районында сүп-сар сығарғанға хаҡтар үҙгәрә. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты раҫлаған документҡа ярашлы, әле ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының бер кубометры өсөн халыҡ — 447 һум да 4 тин түләй. Яңы йылдан ул кәмей, кубометр хаҡы 445 һум 86 тин була. Тик оҙаҡҡа түгел. 2020-се йылдың июленән тариф 22 һум 89 тингә артасаҡ, беҙҙең кеҫәнән сүп кубометры өсөн 468 һум да 75 тин сығасаҡ. Экология белемен камиллаштырырға тормош үҙе мәжбүр итә.

Ғәмәлдә кеше тормошонда һис үҙгәреш юҡ. Ҡалдыҡ ташлауҙар ҡәҙимгесә. Бәлки, сүп-сар тормошо башҡа тәртипкә һалынған. Ул ошо һауыттарҙан полигонға, полигондан сорттарға айырылып йә эшкәртеүгә, йә ... башҡа ергә ебәрелә, йәғни ғәҙәттәгенән оҙонораҡ юл үтә. Әлегә беҙгә сүп-сар йыйыр урындар билдәләнде, ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа ташларға һәр кем аңлай.