Ә мин Башҡортостан өсөн 2019 йылды Медицина йылы тип билдәләр инем. Бөтә ил өсөн проблемалы тармаҡ төбәк реформаһын кисерҙе тип әйтергә була. Һөҙөмтә: табиптар һаны 660-ҡа артты, поликлиникаларҙа сират кәмене, тәүге тапҡыр онкология һәм ҡан тамырҙары сиренән үлем осраҡтары аҙайҙы. Санавиация – һәр минут ҡәҙерле булғанда райондарҙан сирлеләрҙе тиҙ арала Өфөгә алып килергә мөмкин хәҙер. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге йыл йомғаҡтарын барлап быға илткән сәбәптәрҙе лә атап китер инем.
Раил Шакиров бер нисә ай элек йәшәүгә өмөтөн өҙә. Яман шеш тигән ҡот осҡос диагноз хаҡында ишетеү уның ғаиләһе өсөн көтөлмәгән хәл була. Яман шеште башланғыс осорҙа асыҡлап, ваҡытында операция яһағанда, пациент сирҙе еңел үткәрә, ти табиптар.
Илнур Солтанов, БДМУ клиникаһы табип-онкологы: “Онкология медицина өлкәһе өсөн бик актуаль проблема булып тора. Башланғыс стадияла табип һәм операция яһау ул мөһим. Ни өсөн тигәндә, башланғыс стадияла операция яһап еңеп сығырға мөмкин... беҙҙең клиникала күп операциялар робот давинчи ҡоролмаһында эшләнә.”
Раил Шәкировты ла аяҡҡа баҫтырыу тап робот-хирург ярҙамында башҡарыла. Табиптар билдәләүенсә, һәр хирург өсөн был ҡоролмала эшләү оло мәртәбә. Лапароскопияның яңы алымын 3д форматта экран аша күҙәтергә мөмкин.
Операция робот ярҙамында башҡарылһа ла, бар эш хирург командаһы менән үтәлә һәм ул ошо махсус ҡоролма аша робот менән идара итә./записан/
Хәҙер онкология сирҙәрен тәүге стадияла асыҡлаған медицина хеҙмәткәрҙәренә 5 мең һум күләмендә премия ла тапшырыла башланы. Лиана Нәғимова 44-се поликлиникала 3-сө йыл эшләй. Өҫтәмә түләү ҙур ярҙам, иң мөһиме пациенттың сәләмәтлеген хәстәрләү, ти табип-онколог.
Төбәк башлығы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә етди ҡараш талап итә. Юғары сифатлы дауалауҙан тыш, мөһим мәсъәләләрҙең береһе – республикаға медицина кадрҙарын әҙерләү. Радий Хәбиров ҡарары буйынса, район дауаханаларын кадрҙар менән тәъмин итеү маҡсатында, беренсе тапҡыр табип — белгестәрҙе райондарға бүлеү ойошторолдо. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетында ординатураны 668 белгес тамамланы. Ординаторҙар – үҙаллы эшләй алған әҙер табиптар, шуға ла уларға ихтыяж ҙур.
Киләһе ике йылда университет терапевт һәм педиатрҙарға ҡытлыҡ мәсъәләһен тулыһынса хәл итергә тейеш. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын 1 мең 300-ҙән ашыу белгес тамамлаһа, 2024 йылға был һан 6 меңгә етергә тейеш.
БДМУ 5 йыл эсендә төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тулыһынса тәъмин итеү йөкләмәһен алған. Әле уҡыу йортонда 8 меңгә яҡын студент уҡый. Табип дипломын алып эшкә юлланыусыларға ил һәм республика күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Быйыл 10 фельдшер – 500-әр мең, тағы ла тар йүнәлешле 125 белгес һәм үткән йылдарҙа “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашып та аҡсаһыҙ ҡалған 150 табип берәр млн һум алды.
Республикала хәҙер ауыл медицинаһына иғтибар бермә-бер артты. Халыҡтың 40 процентҡа яҡыны ауылда йәшәһә лә, медицина ярҙамының күрһәткесе түбән булып ҡала килде. Архангел районы Яңы Шишмә ауылы фельдшер-акушер пункты. Ағас йорт мейес яғып йылытыла. Республика башлығы Радий Хәбиров август айында эш сәфәре барышында 1957 йылда төҙөлгән бинаны күреп шунда уҡ яңыртырға вәғәҙәләне. Бынан ары республикала Яңы Шишмә ауылындағылай фаптар булмаясаҡ. 2020 йылда, 7 фельдшер акушер пункты яңынан төҙөләсәк, тағы ла 90-ы төҙөкләндереләсәк. Бөтәһе 31 медицина учрежденияһын сафҡа индереү күҙаллана. Уларҙың дөйөм хаҡы 5 миллиард һумға баһалана.
2019 йылда Башҡортостан 20-нән ашыу күсмә медицина комплекстарын һатып алды. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте өсөн 205 яңы машина ҡайтарылды, ә бригадалар планшет компьютерҙары менән тәьмин ителде. Яңы йылдан ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре эш хаҡына өҫтәмә ала башлаясаҡ.
Ауыр хәлдәге сирлеләрҙе йыраҡ райондарҙан тиҙ арала дауаханаларға еткереү маҡсатында Өфөлә санитар авиатранспорт өсөн тәүге вертолет майҙаны барлыҡҡа килде. Киләһе йылдарҙа Өфөлә 6, ә республика буйынса 8 санитар авиация туҡталышы барлыҡҡа килә.
Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Республика һаулыҡ һаҡлау тармағы алдынғы һәм заманса булырға тейеш, тип билдәләне. Йыл аҙағына тиклем Дүртөйлө, Туймазы ҡалаларында балалар поликлиникаһы, Благовар үҙәк район дауаханаһында яңы хирургия корпусы асыласаҡ, Бәләбәй, Ишембай бала табыу йорттарында, Октябрьский, Салауат ҡалаһы балалар поликлиникаларында, республика балалар клиник дауаханаһы стационарында капиталь ремонт тамамланасаҡ.
Башҡортостанға эш сәфәре барышында илдең һаулыҡ һаҡлау министры тармаҡтағы үҙгәрештәрҙе ыңғай баһаланы. Вероника Скворцова ауыл медицинаһын тергеҙеүҙе өлгө булараҡ билдәләне.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бер йыл эсендә күрелгән саралар һөҙөмтәһендә генә үлем осраҡтары онкологиянан 6, йәрәк- ҡан тамырҙары сирҙәренән 15 процентҡа кәмегән. Төбәк башлығы 1 йыл элек медицина тармағына етди ҡараш талап иткәйне. Үүҙгәрештәр күҙгә күренерлек. Шулай ҙа һәр кеше үҙ сәләмәтлегенә үҙе яуаплы икәнен оноторға ярамай.