Башҡорт халҡының артабанғы үҫеш нөктәһе, берҙәмлеккә һәм уртаҡ маҡсатҡа йүнәлеш билдәләү йыйыны. Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайына Радий Хәбиров шундай баһа бирҙе. Башҡорт милләтле кешенең донъяла ҡабул ителгән образына үҙгәрештәр индерергә ваҡыт, тине республика етәксеһе.
Республикала башҡорт телен, уның мөмкинлектәрен донъя кимәлендә танытҡан шәхестәр бихисап, улар араһында Илдар һәм Рузилә Кинйәбулатовтар ҙа бар.
Телгә һөйөүҙе бала саҡтан тәрбиәләргә кәрәк, тигән фекерҙә Кинйәбулатовтар. Шуға ла балаларын башҡорт мөхитендә үҫтереү теләге менән йәштәр бер йыл элек Мәскәүҙән Башҡортостанға күсеп ҡайтҡан.
"Башҡорт проекттары" программаһы етәксеһе, "Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы" координаторы, күптәребеҙ ҡулланған башҡортса клавиатура авторы Илдар Кинйәбулатов башҡорт телен цифралаштырыуға күп көс һала. Төрлө гаджеттар менән бәләкәстән үк ҡуллана белгән балаларға туған телде өйрәнеү уңайлы ла, еңел дә булырға тейеш, ти Илдар. Телде, мәҙәниәтте цифра ярҙамында еткереү йәһәтенән «Интерактив башҡорт теле», “Туған тел илселәре” проекттары, «IQ БалаБаш», «Инофонбаш» һәм «Әлләсе» мобиль ҡушымталары, тағы ла бихисап яңы ысулдар бар.
Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе бергә туплау, телде өйрәнеү, үҫтереү йәһәтенән дә интернет селтәрҙәре ғәйәт ҙур көскә эйә. Шулай ҙа донъя селтәрен башҡорт телендәге сифатлы контент менән тулыландырыуҙа башҡараһы эштәр байтаҡ.
Июнь айында үткән Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ситтән килгән милләттәштәребеҙ ошондай мәсьәләне күтәреп сыҡты. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ үҙ телдәрендә аралашһын өсөн хәҙер күп эш башҡарыла.
Төркиәнән килгән Азат Ҡолдәүләтовтың да теләге бойомға ашырына нигеҙ бар бөгөн. Тиҫтәләгән йылдар Башҡортостандан ситтә йәшәп тә бар йәмәғәт эшмәкәрлеген башҡорт телен һаҡлап алып ҡалыуға, уны үҫтереүгә йүнәлткән йәштәр барлығы халҡыбыҙ өсөн оло табыш. Күптән түгел Рузилә һәм Илдар Кинйәбулатовтарҙың өр-яңы проекты донъя күрҙе. Проект республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Тап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 14-се декабрь – Башҡорт Теле көнө, тип иғлан ителде. Дата осраҡлы түгел, был көндә башҡорт шағиры, милләтенең атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Бөйөк мәғрифәтсенең 124 йәшен, Башҡорт теленең 1-се рәсми көнөн республика быйыл киң билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итте. Республика башлығы был тәҡдимгә лә риза. Радий Хәбировтың муниципаль район һәм ҡала округтары башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре менән осрашыуы йылы һәм ихлас аралашыу майҙанына әйләнде.
Башҡорт теленең киләсәге һеҙҙең менән беҙҙең ҡулда, тине Радий Фәрит улы. Башҡорт теле көнө туған телебеҙҙе республиканан ситтә таратыу өсөн мөһим, ул яңы һулыш алырға, башҡортса һөйләшеү мәртәбә ҡаҙанырға тейеш, тип белдерҙе.
10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы. Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Республиканан ситтә йәшәйәп тә, башҡорт теленә тоғро ҡалған педагогтар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Улар бер-береһе менән быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 36 дәреслек федераль исемлеккә инеү шатлығын да уртаҡлашты.
Рәсми ултырыштар ҙа хәҙер райондарҙа башҡорт телендә үтә. Уны үткәреү башланғысын район һәм ҡалалрҙа дәррәү күтәреп алдылар. Күптән түгел башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ла тупланды. Ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләгән башҡорт ижтимағи ойошмаларын берләштерәсәк. Автономия ойоштороу ил кимәлендәге программаларҙа ҡатнашыу, гранттар яулау мөмкинлеге аса.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙә 1 миллион 584 мең башҡорт бар. Шуларҙың 1 миллион 172 меңе Башҡортостанда йәшәй. Йәғни, һандарға ҡарағанда, милләттәштәребеҙҙең 26 проценты Башҡортостандан ситтә көн күрә. Тап улар менән тығыҙ бәйләнештә булғанда ғына беҙҙең халҡыбыҙ үҙ телен юғалтмаясаҡ.