2019 - беҙҙең коллектив өсөн иҫтәлекле йыл булды

Тулыраҡ: 2019 - беҙҙең коллектив өсөн иҫтәлекле йыл булды

Уҙып барған йылға йомғаҡ яһағанда, яратҡан тамашасыларыбыҙ менән үҙебеҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстар тураһында ла онотмайыҡ әле. Сөнки Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулды:

- “60 йылға 60 караоке” проекты

- телевидение тураһында 60 тарих,

- “Алтын бишек” акцияһы...

- Яңы проекттарҙан “Үҙ һөнәренә ғашиҡтар”,

- Маяҡтағы хоккей,

- Матур башҡорт теле.

- “Башҡортостан” радиоһындағы “Хәйерле кис, республика” тапшырыуы ла үҙ тыңлаусыһын тапты.

Ә беҙ әҙерләгән репортаждар күпме кешегә ярҙам итте. Һеҙҙең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү – беҙҙең өсөн иң юғары баһа. Әйҙәгеҙ әле бергәләп байҡау яһайыҡ.

Телевидение төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Әммә шуныһы асыҡ: телевидениеға ҡарата ихтирам һәм һөйөү хисен йөрөткән кешеләр уның тарихын яҙған, бөгөнгөһөн булдыра һәм киләсәген билдәләй. “60 йылға 60 тарих” тип исемләнгән проектта яҙмышын яратҡан эше менән бәйләгән шәхестәр тарихы йыйылды. Өфөләге телебашняның төҙөлә генә башлаған осорон хәтерләгән кешеләрҙең иҫтәлектәренә тянып, кинематографистар ролик та төшөрҙө.

Роликта яңы 1959 йыл менән халыҡты тәбрикләп, Башҡортостан телевидениеһы эфирын асып ебәргән Мостай Кәримдең сығышы ла урын алған. Тап ошо студияла 1959 йылдың 1 мартында тәүге трансляция башлана. Ошо ваҡыттан алып бәләкәй генә бүлмәнән төбәк телевидениеһы һуңғы технологияларға нигеҙләнгән бер-нисә студияны, үҙ аллы йүнәлештә эшләгән ете ижади коллективты, тәүлек әйләнәһенә юғары сифатта эшләгән радио һәм теле каналдарҙы берләштергән медиа-холдингка әйләнде. Үҙ эшенә мөкибән киткән коллектив һәм көслө етәксе булғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп була.

Башҡортостан 2019-ҙа телевидениеның яңы эраһына аяҡ баҫты. Илдә аналог сигналы һүндерелеп, цифралы телевидениеға күсте. “Цифра” һәр йортҡа тиерлек килде. Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре белгестәре менән бер рәттән беҙҙең хәбәрселәр ҙә республиканың бөтә райондары буйлап йөрөп сыҡты, уртаҡ акциялар үткәрелде: Цифралы яҙ, Цифраны тоҡандыр һәм “Алтын бишек” конкурсы.

Телевизор ҡараусылар ярҙамы менән иң өлгөлө ғаилә, алтын ҡуллы оҫта һәм иң яҡшы ауыл номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Төп приз – трактор Учалы районының Зәйнәкәй ауылына юлланды. Ә башҡа номинацияларҙа еңеүселәргә плазмалы телевизорҙар һәм цифралы приставкалар тапшырылды. Республика халҡы юғары сифатта, цифралы форматта башҡорт телендәге программаларҙы: “Хәбәрҙәр” һәм “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуҙарҙын хәҙер өҙлөкһөҙ ҡарай ала. “Рәсәй 1” һәм “Рәсәй 24” каналдары беренсе мультиплексҡа ингән.

2016 йылдан эшләй башлаған Башҡортостан-24 каналыбыҙ ҙа юғары үрҙәр яулай. Телевизион һәм радиотапшырыуҙар әҙерләүселәрҙең милли ассоциацияһы рейтингында беренсегә сыҡтыҡ. Спектаклдәр, документаль фильмдар, башҡорт һәм рус телендә хәбәрҙәр, мәҙәниәт яңылыҡтары, хоҡуҡи программа, мобиль репортер һәм онлайн хәбәрсе, радиотапшырыуҙарҙың видеоэфиры һәм башҡа тапшырыуҙар булһынмы- улар милли телевидение әҙерләгән продукт булараҡ федераль кимәлдә баһа алды. Яңы йылға ла махсус программа әҙерләнгән. Район телеканалдары әҙерләп ебәргән ташырыуҙар ҙа Башҡортостан 24 каналында үҙ урынын тапты. Республика тормошонда булған һуңғы ваҡиғалар ҙа каналда беренселәрҙән күрһәтелә барыуы- телевизор ҡараусыларҙың ихтияжына яуап бирә һәм ҡыҙыҡһыныу уята.

Ә был бөтөнләй өр-яңы проект – Матур башҡорт теле. Алып барыусы Гөлназ Йосопова һәм Юлиә Краснова тел үҙенсәлектәрен өйрәнәләр. Сәнғәт һәм ижад донъяһына тамашасыларҙы республиканың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина саҡыра. Ретро+ тапшырыуында күренекле актерҙар, сәнғәт әһелдәре менән элекке спектаклдәр, фильмдар тураһында әңгәмә тәҡдим итә улар.

Башҡортостан 24-те Смарт ТВ функцияһы булған телевизорҙарҙа, смартфон һәм планшет ҡушымталары аша, кабель телевидениеһы селтәрҙәрендә ҡарарға була. Заман һулышын тойоп, милли, мәғлүмәти, халыҡсан, кешеләрәҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙе маҡсат итеп эшләүсе “Башҡортостан-24” телеканалы йәшен тиҙлегендәй медиа-даирәне яуланы. Йыл башынан көн һайын эфирға сыға башлаған “Хәйерле кис” тапшырыуы ла үҙ тамашасыһын тапты. Аҙнаның һәр көнөн бер темаға бағышлап, алып барыусылар радиотыңлаусылар менән әңгәмә ҡора.

“Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһы телевизор ҡараусылары өсөн тағы ла бихисап яңы проекттар тәҡдим итте: 60 йылға 60 караоке, Маяҡтағы хоккей, Үҙ һөнәренә ғашиҡтар һәм башҡалар. Беҙҙең телекомпанияла эшләүселәрҙең дә һәммәһенең күҙҙәре янып, дәрте ташып тора. Бигерәк тә, репортаж ярҙамында проблемалар хәл ителеп, тамашасыларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелдәрҙе тағы ла күтәреп, ҡанатландырып ебәрә.

Сабыйы менән япа-яңғыҙ ҡалып, үҙенә ғаилә эҙләгән ун биш йәшлек ҡыҙҙың яҙмышы тураһында Рәсәй-Башҡортостан каналында репортаж төшөрөп күрһәткәндән һуң, Архангель районында йәшәүсе Рамазановтар уларҙы тәрбиәгә алды. Өфөләге 30-сы махсус коррекцион мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәренең спорт майҙансығы юҡлығына зарланыуыҙарын да республика хөкүмәте беҙҙең хәбәрселәр төшөргән сюжет аша белеп ҡалды. Беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеүсе Степан Злобин урамында йәшәүселәрҙең мәсьәләһе ла Хәбәрҙәрҙә күрһәтелгән сюжеттан һуң хәл ителде. Был урам бер ваҡытта ла яҡтыртылмаған. Халыҡ ҡасандыр ут булырына хатта ышанманыҡ, ти. Рәхмәтле телевизор ҡараусылар – беҙҙең эшкә иң юғары баһа. Сөнки киң мәғлүмәт сараларының төп маҡсаты – халыҡ менән власть араһында күпер һалыу.

Ең һыҙғанып эшләгән кеүек дәртле итеп күңел аса ла белә телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре. Республикала үткәрелгән барлыҡ саралар тураһында репортаждар төшөрөп кенә ҡалмайбыҙ, ә үҙебеҙ ҙә ҡатнашабыҙ. Төбәк башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән башҡорт бейеүе флешмобынан да ситтә ҡалманы коллектив. Данлы үткәнде иҫкә алыу, бөгөнгө уңыштарҙы барлау - киләсәккә яҡты өмөттәр менән атларға һәм тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға ирешергә этәргес көс бирә.