Яңы йыл киләсәккә оло өмөттәр, ышаныс биргән тылсымлы тантана. Яңы йылға ғына түгел, яңы мөсәлгә аяҡ баҫҡанда йондоҙҙар нимә вәғҙәләй. Көнсығыш календарен Ҡомаҡ, йәғни, сысҡан йылы асып ебәрә. Әлбиттә, риүәйәткә ярашлы, сысҡандың тәүге рәттә тороуы ғәҙел түгел, сөнки ул үгеҙҙең елкәһенән үрмәләп менән лә, иң юғары нөктәне биләй. Шулай ҙа йыл хужаһы булараҡ- сысҡан, ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаҫ тип ышанайыҡ.
Һәр кемебеҙ яңы йылда ғүмеренең өр-яңы, уңышлы, бәхетле биттәре асылһын тип теләй. Тылсымлы байрам төнөндәге юрауҙарға ла ихлас ышанабыҙ.
Яңы йыл киләсәккә оло өмөттәр, ышаныс биргән тылсымлы тантана. 2020 йыл – тимер күк, йәки аҡ төҫтәге ҡомаҡ йылы тип нарыҡланған. Башҡортса аҡ сысҡан йылы тиһәк дөрөҫ булыр. Сысҡан йылы- ун ике йылдан торған мөсәлде асып ебәрә. Шуға күрә киләһе йыл беҙгә нимә алып килер тигән һорау күптәрҙе борсой. Уңыштарға бай булырмы, оло һынауҙар ҡуйырмы...
Астрологтарҙың фекере буйынса 2020-лә иҡтисади үҫеш көтөлә. Шулай уҡ ауыл хужалығында ла ярайһы ғына уңыштарға өлгәшәсәкбеҙ. Сәйәсәттә тотороҡлолоҡ фаразлана. Илебеҙҙең иҡтисади хәленең ышаныслы була барыуы эшҡыуарлыҡтың үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
2020 кәбисә йылы. Беҙҙе 365 түгел, 366 көн көтә. Көнсығыш илдәрендә ҡомаҡты бөхтәлек һәм инсафлылыҡ, байлыҡ һәм именлек билдәһе тиҙәр. Ҡытайҙа ҡомаҡ астан интегеүселәргә дөгө орлоғо алып килеүсе милли герой.
Йылдың нисек килеүе алдағы 11 йылдың нигеҙен тәшкил итә. Шулай булғас яңы мөсәлгә баштағы уй-ниәттәрҙе ипкә килтереп, аныҡ маҡсаттар ҡуйып аяҡ баҫыу зарур.
Өҫтәлгә ниндәй ризыҡ ҡуйырға, Яҡындарығыҙға ниндәй бүләктәр әҙерләргә, барыһын да алдан хәстәрләү зарур. Сөнки сысҡандар зауыҡлынан бигерәк хужалыҡта ҡулланырлыҡ уңайлы, йәтеш бүләктәргә бик тә шат булыр. Шулай ҙа киләһе йылда бәхетте эләктергегеҙ килһә байрам өҫтәленә «ҡаптырғыс” уҡ ҡуймаһағыҙ ҙа, сысҡанды үҙегеҙҙең яҡҡа әүрәтерлек сыр йә бойҙай һибеп ҡуйырға онотмағыҙ.