Бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән Ҡырым Дәүләт Советы делегацияһы килде. Ярым утрау парламенты һәм Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай араһында берлектәге килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ҡырымдың закондар сығарыу палатаһы рәйесе Владимир Константинов етәкселегендәге делегация Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты. Унда берлектәге предпритяиелар булдырыу, фәнни-техник проекттар, ауыл хужалығында хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Белогорский районында емеш-еләк һәм өрөк үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Был эш 2016 йылдан ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Башҡортостан Ҡырымдың Белогорский районындағы мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәни учреждениеларына гуманитар ярҙам оҙатты, былтыр 37 обьект ремонтланды. Бынан тыш, Белогорскиҙа Башҡортостан Үҙәк машина-технология станцияһы филиалы асылды. Республиканан 15 комбайн, 267 тонна яғыулыҡ-майлау матриалдары алып барылды. Ҡырым вәкилдәре бөгөн республика көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашырға, мәҙәниә оьбъекттар менән танышырға һәм бер нисә предприятиела булырға ниәтләй.
Башҡортостан менән Ҡырым хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә
Тулыраҡ: Башҡортостан менән Ҡырым хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә