Эш биреүсе ойошмалар һәм тармаҡ профсоюздары вәкилдәре яуаплы министрлыҡ һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәре менән 2015-се йылдың тәүге яртыһында республика килешеүенә ярашлы ҡарарҙарҙың үтәлешен тикшерҙе.Өс яҡлы комиссия республикала теркәлгән бар етештереүселәр һәм хеҙмәт коллективтары менән дә социаль партнерлыҡ селтәрен булдырып файҙалы хеҙмәттәшлек алып барырға тейеш, тип билдәләнде ултырышта. Эш менән тәьмин итеү, хеҙмәт шарттары ҡағиҙәләрен үтәү, эш хаҡы кимәлен тотороҡландырыу һәм халыҡҡа социаль ярҙам күләмен һаҡлап ҡалыу мәсьәләре буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәтәрен көйләүсе өс яҡлы комиссияның сираттағы ултырышы үтте
Тулыраҡ: Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәтәрен көйләүсе өс яҡлы комиссияның сираттағы ултырышы үтте