93-сө йәшендә легендар йырсы Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова баҡыйлыҡҡа күсте

Тулыраҡ: 93-сө йәшендә легендар йырсы Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова баҡыйлыҡҡа күсте

Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы менән хушлашыу бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы ғүмере буйы Башҡорт дәүләт опера һәм балеты театрында эшләй. Ул Башҡорт композиторҙарының опера партияларының беренсе башҡарыусыһы. Мәҙәниәтебеҙҙең сағыу йондоҙҙарының береһе булып балҡыған, бар ғүмерен сәнғәткә бағышлаға Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙының вафат булыуы бар республика өсөн ҙур юғалтыу.Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова башҡорт, татар, рус йырҙарын да берҙәй яратып башҡара. Хеҙмәттәштәре артисты үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙан тыш, яҡшы кеше, остаз булараҡ та хөрмәт итеп телгә ала.Бөгөн халыҡ артисы иптәше эргәһендә Мосолмандар зыяратында ерләнде.