Яңы троллейбус көҙгә Өфө урамдарына сыға

Тулыраҡ: Яңы троллейбус көҙгә Өфө урамдарына сыға

Киләһе көҙгә башҡала урамдарына Өфөлә төҙөлгән өр-яңы троллейбустың сығыуы көтөлә. Трамвай-троллейбус заводының етештереү күләмен арттырыу мәсьәләһе быйылғы беренсе инвестиция сәғәте ултырышында тикшерелде. Завод йылына 100 машина етештереүгә иҫәп тота. Әлегә тиклем троллейбус өсөн кузовтар партнер предприятиеһында әҙерләнһә Өфө заводы быйылдан кузовтар етештереүҙе үҙ иңенә алырға ниәтләй. Июль айына һынау өлгөһө төҙөп, сентябрҙән предприятие троллейбустарҙы күпләп етештереүҙе яйға һалырға йыйына. Өфөлә урам яҡтыртыу программаһы ла үҙгәрештәр кисереүе ихтимал. Инвестиция сәғәтендә тышҡы яҡтыртыуҙың заманса ҡоролмалар ярҙамында һаҡсыл, хәүефһеҙ һәм зауыҡ менән биҙәлгән ысулы тәҡдим ителде.