Республика етәксеһе яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров фекеренсә, янғындар, уларҙа һәләк булыусылар кәмеүе эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Быға тиклем йыл һайын тиерлек Башҡортостанда тап яңы йыл каникулдары осоронда күпләп кеше һәләк була ине. Бер йыл эсендә хәлдәр тамырынан үҙгәрҙе. Янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыу, йорт хужалары менән осрашыуҙар, хәүеф төркөмөнә инеүселәр менән эшләү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Утта һәләк булыусылар ҡырҡа кәмене. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш киләсәктә лә дауам итәсәк. Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы йылда янғындарҙа кешенең ғүмере өҙөлгән.
Эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе
Тулыраҡ: Эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе