Коммуналь хеҙмәттәр водителдәргә мөрәжәғәт итеп, машиналарын урам буйында ҡалдырып китмәҫкә саҡырҙы. Тап ошо сәбәпле ихаталар, урамдарҙың күп өлөшө ҡарҙан таҙартылмай ҡала. Һәр подъезға тиерлек иғландар эленһә лә, тимер ат хужалары уларҙы күрмәнек тип аҡланырға тырыша. Әммә һәр водитель дә машинаһын ихатанан алып өлгөрмәй, сәбәптәре лә төрлө – кемдер эштә, кемдер иғланды бөтөнләй күрмәгән. Урам һепереүселәргә машина ултырған урынды көрәк менән таҙартырға тура килә.Ихаталарҙы комплекслы таҙартыу хаҡында иғландар һәр подъезда, мәғлүмәт стендтарында ҡуйыла, шулай уҡ муниципалитеттың рәсми сайтында ла ихатаны ҡарҙан таҙартыу көнө һәм ваҡыты менән танышырға мөмкин.Ихаталарҙа комплекслы эш айына бер тапҡыр ойошторола. Йорт ҡыйыҡтары, тротуарҙар, подъездар һәм юлдар асфальтҡа тиклем таҙартыла.
Бының өсөн ҡала хакимиәте өҫтәмә техника һәм эшселәр йәлеп итә.Яңы йыл башынан башҡалала 300-ҙән ашыу ихата таҙартылған, әммә халыҡ эштәрҙе сифатһыҙ башҡарыуға зарлана.Иң ҡатмарлыһы күп ҡатлы йорт һәм балкон ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙбармаҡтарҙан таҙартыу. Был эштә махсус 65 бригада ҡатнаша һәм 8 автовышка ҡулланыла.Үҙаллы төҙөлгән балкон ҡыйыҡтары айырыуса хәүефле, уларҙы хужалар үҙҙәре таҙартырға тейеш. Башҡалала ошондай 19 меңдән ашыу балкон иҫәпләнә. Өфөлә генә көн дә юлдарҙы таҙартыуға 250 берәмек техника, 200-ҙән ашыу коммуналь хеҙмәткәр сыға.Яңы йыл башында ғына башҡаланан 112 мең ярым кубометр ҡар полигондарға оҙатылған. Әле башҡараһы эштәр байтаҡ, ғинуар аҙағына тиклем ҡаланың бөтә ихаталары ла график буйынса таҙартылып бөтәсәк. Коммуналь хеҙмәттәр иһә водителдәрҙе автомобилдәрен ихатала ҡалдырмауҙарын үтенә, транспорт ҡарҙы сығарыуға ҡамасаулай.