Быйыл Башҡортостанда санавиация вертолеттары өсөн тағы ла һигеҙ майҙансыҡ төҙөү ҡарала. Июлгә Нефтекамала, Асҡында, Сибайҙа, Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Өфөлә яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа килергә тейеш. Пациенттарҙы Өфөгә вертолет менән килтереү өсөн Стәрлетамаҡтан 40 минут, Сибайҙан һәм Баймаҡтан – бер сәғәт 40 минут, Белореттан – бер сәғәт 30 минут, Октябрьскийҙан бер сәғәт кәрәк. Әле Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә санавиация вертолеттары өсөн бер майҙансыҡ эшләй
Санавиация вертолеттары өсөн һигеҙ майҙансыҡ төҙөү ҡарала
Тулыраҡ: Санавиация вертолеттары өсөн һигеҙ майҙансыҡ төҙөү ҡарала