Хайуандар өсөн тиҙ ярҙам

Тулыраҡ: Хайуандар өсөн тиҙ ярҙам

Башҡортостанда хайуандар өсөн тиҙ ярҙам хеҙмәте эшләй башланы. Машиналарҙа хайуандарҙы ветеринар станцияһына алып барып еткәнсе диагноз ҡуйырға мөмкин. Хатта дауалау өсөн дә шарттар тыуҙырылған.Беренсе ярҙам күрһәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған тәүге автомобилдәр Өфөнөң ветеринария станцияһына тапшырылды. Беренсе пациенттарға улар ярҙам итеп тә өлгөрҙө.Табиптарҙың йортҡа килеп хайуандарҙы ҡарай алыуы, кәрәк икән стационарға ла алып китеүе бик уңайлы ,ти хужалар. Ягдтерьер тоҡомло эт ашҡаҙаны эшләмәүҙән яфалана. Ветеринарҙар йорт хайуандарын клиникаға алып барып еткергәнсе үк анализ ала, йөрәк тибешен тикшерә. Хайуандарҙың, мал-тыуарҙың сәләмәтлеген тикшереү, оператив шарттарҙа дауалау өсөн тәғәйенләнгән махсус автомобилдәр әлегә икәү генә, был проект тәжрибә булараҡ ғәмәлгә ашырыла.

Дүрт бригада тәүлек әйләнәһенә эшләй..... машина бар кәрәкле әйбер менән дә йыһазландырылған тиергә мөмкин, бында хатта кислород консентраторын да күрергә мөмкин.Тиҙ ярҙам машиналарында хайуандарҙы ветеринар станцияһына алып барып еткәнсе диагноз ҡуйырға, хатта дауалай башлар өсөн шарттар булдырылған. Автомобилдәр эсендә эт, бесәйҙәр өсөн таҙа бокстар бар.Был машиналарҙан тыш, Башҡортостан райондарының ветеринария хеҙмәттәренә 40 автомобиль тапшырыла — ветеринарҙар малдарҙы ҡарау йәки уларға прививка яһау өсөн алыҫ ауылдарға бара .Ветеринарҙар хәҙер алыҫ райондарҙағы ауылдарға ла малдарҙы ҡарау һәм вакциналау өсөн бара ала. Белгестәр пилот проект булараҡ һынап ҡаралған уңышлы хеҙмәттәрҙе киңәйтеү маҡсатын ҡуя.Станцияға алып килеп операция яһалған йән эйәләрен бында һауыҡҡансы тотоу мөмкинлеге лә бар. Рокки ҡушаматлы ягдтерьерға рентген эшләгәндән һуң, операция эшләп йотҡан ӘЙБЕРЕН алдылар. Хәҙер эт стационарҙа тулыһынса һауыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ.