Ул 1924 йылдың 22 апрелендә Ишембай районы Ҡарайған ауылында тыуған. СССР-ҙың, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, «1941-1945 йылдарҙағы һуғышта Германияны еңгән өсөн», «Белоруссияны азат иткән өсөн», «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн» һәм башҡа бик күп миҙалдар менән наградланған. Рамаҙан Ҡотошов республика матбуғаты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеп, радио һәм телевидениела даими сығыш яһай ине. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Китап нәшриәтендә эшләне. Әҙәби эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнеп, һигеҙ китап, шул иҫәптән "Зенитчик"тар романы авторы.
Яугир-фронтовик, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов арабыҙҙан китте
Тулыраҡ: Яугир-фронтовик, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов арабыҙҙан китте