Ғөрөф-ғәҙәт, йола, телде һаҡлап ҡалыу йәһәтенән уҙғарылған проектта ҡатнашып, тап Мишкә ауылы мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Теүәл бер йыл был ауыл мәҙәни саралар уҙғарып, төрлө ил ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡ. Ханты-Манси, Карелия, Мари Ил, Мордовия, Удмуртиянан килгән ҡунаҡтарҙы, ғәҙәттәгесә, һый-хөрмәт менән ҡаршы алдылар. Йола буйынса, йыл һайын фин-уғырҙар йәшәгән төбәктәр үҙенең мәҙәни баш ҡалаһын билдәләй. Быйыл Башҡортостандың тап Мишкә ауылы лайыҡлы статусҡа эйә булыуына һис тә аптырарлыҡ түгел. Урындағы халыҡтың өҙә баҫып бейеүе, йыр-моңға оҫта булыуы был исемде тулыһынса дәлилләй.Мишкә ауылында ете меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың етмеш проценты мариҙар. Халыҡ йолаларын таратыу һәм, иң мөһиме, телде һаҡлап ҡалыу-проекттың төп маҡсаты. Ул 2011-се йылдан алып ғәмәлдә.
Мишкә ауылына фин-уғыр донъяһының баш ҡалаһы статусын тапшырырға Мари Ил республикаһының Шоруньжа ауылы вәкилдәре килде. Был ҡошто бушҡа ғына бәхет ҡошо тип йөрөтмәйҙәр. Йыл дауамында ул ауылға ҡот бирәсәк, мәҙәни яҡтан үҫеш алға барасаҡ, тип фаразлана.Проект фин-уғыр телдәрендә һөйләшкән халыҡты берләштереп кенә ҡалмай, ә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүгә лә йүнәлтелгән. Мишкә ауылының мәртәбәле статусҡа эйә булыуы айҡанлы, быйыл республикала бик күп саралар уҙғарылыуы көтөлә.Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Артабан теләгән һәр кем башҡа республика вәкилдәре менән яҡындан таныша алды, уларға төрлө һорауҙар бирҙе.
Концерттан һуң, ҡунаҡтар Шорыҡйол-мари милли байрамын ҡаршы алырға юлланды. Шорыкйол – насар энергиянан, уйҙарҙан арыныу, уларҙы иҫке йылда ҡалдырып китеү, ә яңы йылдан, киреһенсә, мөғжизә көтөү, яҡшыға ышаныу, ти марый халҡы. Был байрамда һәр кешенең өҫтәле һый-хөрмәттән, милли аҙыҡтан һығылып тороуы мөһим. Сөнки ҡунаҡтарҙың көтөлмәгән ваҡытта килеп инеүе ихтимал. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, мейес эсендә ҡоймаҡ ҡойоу-йоланың бер сағылышы. Был йоланы ябай тип әйтеп булмай.
Ризыҡты әҙерләгән ваҡытта хужабикәләр тормош яҡшы булһын, халыҡ араһында дуҫлыҡ ебе өҙөлмәһен тигән теләктәрен әйтә. Ҡоймаҡ әҙер булғас, уны табынға оҙаталар.Аш-һыуҙы ауыҙ иткәндән һуң, ҡунаҡтар йәш ҡыҙҙарҙың ҡойма аша быйма ырғытып, ҡайһы яҡҡа кейәүгә сығыу юрауын ҡарарға ашыҡты.Мишкә ауылы фин-уғыр донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы исемен бер йыл йөрөтәсәк. Проект сиктәрендә 2020-се йылда төрлө саралар уҙғарыласаҡ. Өҫтәүенә, быйыл Мишкә районына биш меңдән ашыу турист килер тип көтөлә. Проект йыл аҙағында тамамланасаҡ.