Башҡортостан хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, ҙур булмаған баҡсасылыҡ предприятиелары сығымдарының бер өлөшө субсидия иҫәбенә ҡапланасаҡ. Мәҫәлән, әлегә тиклем ере кәмендә 3 гектар булған хужалыҡтар ғына дәүләт ярҙамы алһа, хәҙер 1 гектар өсөн дә субсидия мөмкин буласаҡ. Документ төбәктә емеш-еләк етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән. Төп шарт — хужалыҡтың үҫеш буйынса планы булыуы тейеш. Хөкүмәт күрһәтмәһенән күренеүенсә, 2015 йылда уларға 11 миллион самаһы бүленәсәк. Сумманың күп өлөшө федераль бюджеттан килә. Башҡортостан ҡаҙнаһынан 1 миллион 100 мең һум ҡаралған.
Республика баҡсасылары дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала
Тулыраҡ: Республика баҡсасылары дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала