Өфөлә ир кеше тюбингта шыуған ваҡытта һәләк булған

Тулыраҡ: Өфөлә ир кеше тюбингта шыуған ваҡытта һәләк булған

Фажиғәле хәл “Трамплин” туҡталышы янындағы биләмәлә теркәлә. Осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү башланы. Йылдың тәүге аҙнаһында ғына баш ҡалала тауҙан шыуып 14 кеше зыян күргән. Тулыраҡ Ғәзиз Лоҡманов репортажында. Йәшел сауҡалыҡтағы урман массивында саңғысылар өсөн тәғәйен махсус трассалар бихисап. Шуға ла тау шыуырға яратыусылар бынан өҙөлмәй. 7 ғинуар көндө лә 64 йәшлек ир ейәнсәренең күңелен күрәм тип бында тюбингта шыуырға килә. Әммә идара итеү һәләтен юғалтып ағасҡа бәрелә.

Аҙаҡ табиптар асыҡлауынса, тауҙан шыуған ваҡытта уҡ ул иҫен юғалтҡан. Һөҙөмтәлә ир кеше ваҡиға урынында һәләк була, бәхеткә 7 шәйлек ҡыҙ иҫән ҡала. Әммә фажиғәле хәл дә, ҡотҡарыусыларҙың һәр береһен ҡулынан тотоп иҫкәртеүе лә тау шыуыуҙың күңелле яғын ғына күргәндәрҙе туҡтатмай.

Ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре, йәмәғәт именлеге хеҙмәткәрҙәре рейд барышында олоһона ла кесеһенә лә ентекләп аңлатырға тырыша, әммә тәү сиратта именлек булыуын күптәр аңларға ла теләмәй. Экстрим яратыусылар өсөн ҡала тирәһендә махсус трассалар етерлек. Тик күптәр тау шыуыр өсөн махсуслашмағанын, әммә бушлайын һайлай.

Торатау Конгресс-Холлы артындағы амфитеатр ҡыйыуҙар һәм йәрәхәт алыусылар һаны буйынса рекордсмен. Мәҫәлән был видеолағы 8 йәшлек ҡыҙ өсөн күңел асыу сараһы күңелһеҙ тамамлана. Тюбинг ҡар өйөмөндә һикереп ҡыҙҙы ситкә алып ташлай.

Һөҙөмтәлә баланың умыртҡа һөйәге һына. Хәйер был ваҡиға геройы өсөн ул яҡшы тамамлана, әле ҡыҙ аяҡҡа баҫҡан. Алина хәҙер уйындан уймаҡ та сығыуы барын яҡшы аңлай. “Ватан” амфитеаттры һырты әле лә шат бала тауыштарынан тынмай. Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеүенә кемдер иғтибар итә. Кемдер инҡар итеп, күңелһеҙ хәл беҙҙе урап үтә тип ышана. Ҡышҡы каникулдар ваҡытында баш ҡалала ғына тауҙан шыуып 14 кеше төрлө йәрәғәттәр алған. Уларҙың яртыһы рөхсәтһеҙ урындарҙа теркәлгән. Ә Өфөлә 7 ғинуарҙа теркәлгән фажиғәле хәл тураһында хәҙер бер тотам һулыған сәскәләр генә иҫкәртә. Башҡаларҙы тюбинг, саналарҙа шыуыу күңелле генә түгел хәүефле лә булыуы хаҡында...