Республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән быйылдан Башҡортостанда педагогтар өсөн махсус гранттар булдырыла. 1-әр миллиан һумлыҡ 20 грант “уҡытыу эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәргә" тапшырыласаҡ. Рәсми документта конкурсҡа һайлап алыу талаптары һәм белем биреү сифатын билдәләү критерийҙары билдәләнгән. Грантты тапшырыу тәртибен республика хөкүмәтенә барлау бурысы йөкмәтелде. 10 ғинуарҙан республикала “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән дә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың февраль айында Президент Владимир Путин педагогтар өсөн “Ауыл табибы” проектына ауаздаш программа булдырырға тәҡдим иткәйне. Ауыл йә бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтырға теләүсе уҡытыусыларға дәүләт субсидияһы ҡаралған. Шарт буйынса конкурста 55 йәше тулмаған педагогтар ҡатнаша ала.
Ауыл уҡытыусыларына 1 миллион һум
Тулыраҡ: Ауыл уҡытыусыларына 1 миллион һум