Мәктәптәрҙә спорт көрәше үҫешә

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә спорт көрәше үҫешә

Махсус программаһы сиктәрендә республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт, фән һәм мәғариф министрлыҡтары спорт көрәше федерацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы төбәктә физик культура менән спортты пропагандалау, сәләмәт тормош рәүешен киң танытыу, мәктәп уҡыусыларын спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү саралары күреләсәк. 2019 йылдан Башҡортостан “Мәктәптәргә –көрәш” федераль проектын бойомға ашырыусы пилот төбәктәр исемлегендә. Проект әле республика ҡала райондарындағы 16 мәктәптә бойомға ашырыла башланы. 2022 йылға тиклем уларҙың һанын йөҙгә еткереү көтөлә.