Өфө ихаталарын кем таҙартыр?

Тулыраҡ: Өфө ихаталарын кем таҙартыр?

Өфө урамдарын көрт баҫа ә эшселәр һаны кәмей. Һөҙөмтәлә коммуналь хеҙмәткәргәргә саманан артыҡ эшләргә тура килә, биләмәләрҙе таҙартыу сифаты ла насарая. Ни өсөн торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡытлыҡ кисерә? Яҫы, ҙур, осло һәм бәләкәй көрәк... Эш ҡоралдарын һауа торошона ҡарап һайлап алабыҙ, ти урам һепереүсе Флүзә Батталова. Ханым теүәл 25 йыл үҙ һөнәренә тоғро. Ошо ваҡыт эсендә баш ҡаланың әллә күпме ихатаһын таҙартырға тура килә уға.

Ярты ғүмерен бер эшкә бағышлаған Флүзә Батталованы урындағы халыҡ та күптән белеп бөткән. Эшен һәр ваҡыт яратып башҡара, еренә еткереп ҡуя, ти эргә-тирәгеләр. Коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эше сәғәт таңғы алтынан башлана. Һынаулы ваҡыт эсендә улар ихатаны тулыһынса ҡарҙан әрсергә тейеш.

Эшселәр иң тәүҙә күп ҡатлы йорттарҙың подьезд алдарын таҙартып сыға. Эштең тамамланыу ваҡыты билдәле түгел, сөнки ихаталағы ҡарҙы таҙартыу һауа торошона бәйле.

Өфөлә бөтәһе һигеҙ торлаҡ хужалығы менән идарасы компания эшләй. Әле штатта талап ителгән ике мең хеҙмәткәр урынына, ни бары 800-ләгән генә кеше иҫәпләнә. Еңел булмаған эшкә килеүселәр һаны йылдан-йыл кәмей.

Һауа торошо үҙгәреп, ҡар күпләп яуған осраҡта, урам һепереүселәргә ауырға тура килә. Шуға ла йыш ҡына торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы слесарь-сантехниктарҙы, балта оҫталарын, сүп-сар йыйыусы һәм подъезд йыуыусыларҙы был эшкә йәлеп итергә тура килә.

Кадрҙарға ҡытлыҡты эш хаҡының түбән булыуы һәм ялһыҙ эшләү менән аңлаталар. Билдәле булыуынса, оҙаҡ йылдар дауамында урам һепереүсе булып эшләүселәргә социаль ярҙам-торлаҡ та вәғәҙә итеп ҡаранылар. Әммә уны юллар өсөн һынап бөтмәҫлек документ һәм ваҡыт талап ителә. Эш стажын теүәл үтәгән Флүзә Батталоваға, мәҫәлән, былтыр яңы фатир биргәндәр, әммә ваҡытлыса ғына.

Әле ханым был фатирҙа улы һәм килене менән донъя көтә. Әммә торлаҡ килешеү буйынса өс йылға ғына иҫәпләнгән. Урам һепереүселәр өсөн лайыҡлы эш хаҡы һәм социаль ярҙам булһа, эшләргә теләүселәр һаны ла артыр ине. Бәлки шул саҡта Өфө ихаталары ла ваҡытында таҙартыла башлар ине тигән ышаныс нығына.