Ярҙам кәрәк

Тулыраҡ: Ярҙам кәрәк

Рәсәй телеканалының РУСФОНД хәйриә фонды менән берлектәге акцияһы дауам итә. Хеҙмәттәшлек осоронда йөҙҙәрсә миллион һум аҡса йыйылған, бик көп балаға ярҙам ителгән. Өфөлә йәшәүсе ун йәшлек Самираға ла ярҙам кәрәк. Зиннәтовтар ғаиләһе ҡыҙҙың яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙҙын ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Ун йәшлек Самира ғаиләлә көтөп алынған берҙән-бер бала. Тиҫтерҙәренән ҡалышҡанын балаға өс ай тигәндә әсәһе һиҙеп ҡала. Уға табиптар тыумыштан балалар церебраль фалижы, тигән диагноз ҡуя. Әлбиттә, ата-әсәй ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Өс йыл элек сабый медицина технологиялары институтында дауаланыу үтә. Табиптар әйтеүенсә, махсус дауалау курсын үткәс ҡыҙ беренсе аҙымдарын яһай, һүҙҙәр әйтергә лә өйрәнә. Тормошто яратыусан, шат күңелле бала әле коррекцион мәктәптә ситтән тороп белем ала.

Тормошҡа яраҡлашыу өсөн Самираға артабан да дауаланыу курсын дауам итеү кәрәк. Бының өсөн йыл һайын 200 мең һумдан ашыу сығым талап ителә. Ата-әсәнең яҡын-арала был сумманы йыйыу мөмкинлеге юҡ. Самираның сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Зиннәтовтар ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт итә. Ҡыҙға теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн ДЕТИ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин. Әгәр телефон операторы һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ Самираның яҙмышын үҙгәртергә ярҙам итер.