Башҡортостан марийҙары Яңы йылын ҡаршылай

Тулыраҡ: Башҡортостан марийҙары Яңы йылын ҡаршылай

Бөгөн иҫкесә Яңы йыл. Уны ҡаршы алыу күп илдәрҙә һаҡланып ҡалған. Ә ҡайһы бер халыҡтар өсөн йыл башы бөтөнләй икенсе көндәргә тура килә. Япондар мәҫәлән уны иң оҙайлы билдәләүсе халыҡ булараҡ билдәле. Уларҙан ҡалыша марыйҙар – мәжүсиҙәрҙә байрам бер аҙнаға һуҙыла. Башҡортостан марыйҙары йыл да Шорыҡ йол ҡаршылай. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.

Ҡотлоҡаевтар йортонда иртә таңдан тәмле ҡоймаҡ еҫе тарала. Мишкә районы Букленды ауылындағы иң оло ғаиләләрҙең береһе булараҡ, улар башҡа туғандарын үҙендә ҡунаҡҡа йыя. Ҡоймаҡтан тыш, бәлештәр, бутҡа, ит ризыҡтары өҫтәлдән урын ала. Өҫтәлгә мул ризыҡ әҙерләп марыйҙар йылдың уңышлы килеүен теләй. Ә байлыҡ һәр ғаиләгә еңел килһен өсөн, майға аҡса ҡуялар. Унда ҡунаҡтарҙың да тимер тәнкәләре урын ала. Ә ғаилә башлығы, марыйҙар үҙ телендә уны суртан тип йөрөтә, уларҙы икмәк менән тәбрикләй.

Артабан һәр кем унан ауыҙ итә, йыл мул уңыш менән һөйөндөрһөн, бәрәкәтле булһын, тип юрай. Байрам йырҙары ҡунаҡ ашының иң йәмле мәле. Яланда үҫкән еләк суҡтары кеүек бергә булайыҡ, тиелә йырҙа. Бейеүҙәр ҙә берҙәмлекте сағылдыра.

Марыйҙар яңы йылды бер аҙна билдәләй. Уның тәүге көнө ғинуарҙың беренсе кесаҙнаһына тура килә. Шорыҡйол, тәржемә иткәндә, һарыҡ тояғы тип атала ул. Юрауҙың төп алымы ла шуға күрә һарыҡ тотоу менән бәйле. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар ҡатнаша унда. Ул тома ҡараңғыла башҡарыла. Ҡара тәкә тояғын тотҡан һылыу ҡара сәсле егеткә, ағын тотҡан – һары сәслеһенә сыға, ә бәрәс эләкһә, үҙенән күпкә йәшерәк буласаҡ кейәү егете.

Ә ҡойма аша быйма ташлау – иң киң таралған йолаларҙың береһе. Быйма ҡуңысы ҡайһы яҡҡа төшөүенә ҡарап, егеттең ҡыҙҙы һоратырға ҡайһы ауылдан киләсәген юрайҙар. Кәртә-ҡура эйәһе лә хатта байрамдан ситтә ҡалмай. Таң менән ҡойолған ҡоймаҡтан уға ла өлөш тәтей. Ә был ваҡытта ауыл урамдары буйлап ҡыңғыраулы атта савляйҙар елә. Улар кеше танымаҫлыҡ итеп кейенә, битен ҡаплай. Йорттан-йортҡа йөрөп, ҡунаҡ була, теләктәр теләй. Хужалар уларҙы ҡунаҡ итә. Хужабикәләр алдан уҡ байрам өсөн махсус сәй әҙерләй.

Урам буйлап үткән савляйҙарға осраған һәр кем мотлаҡ көрттә аунатыла. Ә байрамдың иң күңелле өлөшө – бөтә ауыл халҡының бергәләшеп тауҙан шыуыуы. Байрам һуңында шорыҡйолдың төп символы – һәрыҡ толобоноң тиҫкәре яғын әйләндереп кейгән савляй ҡарҙа аунай, толобон ҡағып, әйләндереп кейә. Был бөтә яманлыҡтың үткән йылда ҡалыуы, ә яңы йылдың таҙа, саф булыуына ишара.