Үлем осраҡтары ике тапҡырға аҙыраҡ. Хөкүмәттә айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде. Ауыл хужалығында йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, тыуымды арттырыу буйынса киләсәккә пландар билдәләнде. 950 рейд барышында 1 тоннанан ашыу спиртлы эсемлек тартып алынған. Яңы йыл каникулдары ваҡытында алкоголле эсемлек һатыу ваҡытын сикләү тәртибен боҙғандарға 183 административ эш ҡуҙғатылған. Төп һөҙөмтә спиртлы эсемлектән ағыуланып һәләк булыусылар һаны былтырғыға ҡарағанда 4 тапҡырға аҙыраҡ. Яңы алымдың ыңғай тәьҫирен ҡотҡарыу хеҙмәттәре лә йәшермәй. Мәҫәлән, йылдың тәүге аҙнаһында янғын осраҡтары 19 процентҡа кәмегән, ут йыш ҡына тап эске булған йортта сыға. Былтыр ошо ваҡыт эсендә 20 кеше уттан һәләк булһа, быйыл һан 4 тапҡырға аҙыраҡ. Радий Хәбиров һөҙөмтәләрҙе анализлап эште дауам итергә саҡырҙы.
Үлем һанын кәметеү менән бер рәттән тыуымды арттырыу. Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны “соҡорға” һөйрәй. Бында дәүләт яғынан матди ярҙам ғына мәсьәләне хәл итмәйәсәген Мәскәү ғалимдары ла раҫлай. Респонденттарҙың яртыһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам, һалым буйынса ташлама, балалар баҡсаһы, мәктәп, йәғни, социаль инфраструктура булыуын төп шарт, тип билдәләй. Әле Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана, был өҫтәмә ярҙам саралары киләһе 5 йылда яңы тыуған балалар һанын 8 меңгә арттырырға тейеш.Айырым райондар үҙ программаларын булдыра, мәҫәлән Салауат ҡалаһында игеҙ бала тыуғанда 50 һәм 100 мең һум түләйҙәр, Илеш һәм Ҡариҙелдә ЭКО процедураһын өлөшләтә түләшәләр, 26 муниципалитетта ер һалымына льгота ҡаралған. Республика етәксеһе райондарға студенттар менән бәйләнеште ныҡ тоторға саҡырҙы.
Республикала былтыр тыуым 10 процентҡа кәмегән, һандарҙы ауыл райондары ғына тотоп килә тиелде кәңәшмәлә. Тап ауыл хужалығының торошо демографик тотороҡлоҡ менән туранан-тура бәйле. Оператив кәңәшмә барышында аграр тармаҡтың йыл йомғаҡтары барланды. Башҡортостан иген, май культуралары, һөт һәм шәкәр сөгөлдөрөн үҙебеҙгә етерлегенән артығы менән етештергән, шул уҡ ваҡытта йәшелсә буйынса ихтыяж ни бары яртылаш ҡына үтәлә, тауыҡ һәм сусҡа ите етешмәй. Үҫеш вәғәҙәләгән сараларҙың береһе быйыл 20-ләгән яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән бәйле. Мегафермалар менән бер рәттән фермерлыҡ һәм кооперативтарҙы ла үҫтереү маҡсат.Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә көн ҡаҙағындағы йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле мәсьәлә лә ҡаралды. Был айҙа Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙә йәшәүселәр фатир йылытыу өсөн бер нисә тапҡырға юғарыраҡ сумма менән квитанция алған. Һандар үҙгәреүе түләүҙең яңы тәртибенә күсеү һәм БашРТС менән тура килешеүҙәргә бәйле. Торлаҡ инспекцияһы 2 аҙна эсендә тулы тикшереү уҙғарасаҡ.