Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡын арттырған өсөн штраф һалыуҙары ихтимал. Хөкүмәт Дәүләт Думаһына ошондай закон проектын индерергә ниәтләй. Торлаҡ кодексының 157-се статьяһына төҙәтмәне күҙ уңында тотҡан документты Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләргә тейеш. Закон проекты сентябрҙә парламенттың түбәнге палатаһына тапшырыла. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, төҙәтмәне Дәүләт Думаһының профилле комитетында ла, барлыҡ фракцияларҙа ла хупларға әҙерҙәр. Штраф күләме тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Хаҡ арттырған өсөн штраф
Тулыраҡ: Хаҡ арттырған өсөн штраф