Яңы йыл байрамдары ваҡытында ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр ике тапҡырға артҡан. Батырлыҡҡа тиң аҙымдарға барырға тура килгән һөнәр эйәләре тураһында күптәр белеп тә бөтмәй. Диспетчерҙың бойроғон ишетеү менән ашығыс ярҙам бригадаһы саҡырыуға ашыға. Кәрәкле медикаменттар тултырылған сумаҙанды һәм тейешле ҡағыҙҙарҙы алып, белгестәр ауырыуға юллана. . Тиҙ ярҙам машинаһы саҡырыуға 20 минут эсендә барып етергә тейеш. Был юлы бригада тейешле адресҡа биш минутта өлгәште. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ишек төбөндә ауырыуҙың яҡындары көтөп тә тора ине. Улар фатирға үтергә рөхсәт итмәне. Табип менән фельдшер ярҙам күрһәткәнсе, водитель менән аралаштыҡ. Наил Фәттәхов 17 йыл элек махсус машинаның руле артына ултырған. Был ваҡыт эсендә ул ниндәй генә хәлдәргә тарымай, хатта ғүмеренә хәүеф менән янаған осраҡтар ҙа булған.
Табиптар ауырыу янынан сығып, машинаға ултырыу менән икенсе саҡырыу килде.45 йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле тапбип Михаил Бычков әйтеүенсә, өҙлөкһөҙ бер саҡырыуҙан икенсеһенә йыш йөрөргә тура килә. Бигерәк тә, яңы йыл байрамдарында спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланып, һаулығы насарайған кешеләр күп осрай, ти табип.Михаил Бычков неврология ауырыуҙарында махсуслашҡан Өфөләге берҙән-бер бригада табибы. Уларҙы башлыса кешегә инсульт булғанда йә фалиж һуҡҡанда саҡыртылар.Асыҡланыуынса, 73 йәшлек ҡатынды икенсе тапҡыр инсульт һуҡҡан. Табиптар уны тиҙ арала дауаханаға алып китергә хәл итә. Яҡындары ярҙамында пациентты ашығыс ярҙам машинаһына сығарып һалдылар. Һәм водитель махсус сигналды тоҡандырып юлға сыҡты. Наил Фәттәхов әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта водителдәрҙең машина йөрөтөү мәҙәниәте яҡшырған. Бәлки закондарҙың ҡатыланыуы ла ыңғай тәьҫир иткәндер, ти ул. Махсус сигналдар менән китеп барған автомобилгә юл бирмәгән өсөн штраф күләме ун тапҡырға артып, хәҙер 5 мең тәшкил итә. Әгәр ҙә ҡамасаулаған водитель арҡаһында пациенттың ғүмере өҙөлһә, ул дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Бәхеткә күрә, был тиҙ ярҙам машинаһына юлда ҡамасаулаусылар булманы. Тик дауаханаға килеп етеү менән – тәүге ҡаршылыҡҡа осраны.Пациент ауыр хәлдә булған осраҡта һәр минут ҡәҙерле. Шуға кешенең ғүмере автоһәүәҫкәрҙәрҙең тәртиплегенән һәм тиҙ ярҙам машинаһы водителенең оҫталығына лә бәйле. Шулай ҙа иң мөһиме — табиптың дөрөҫ диагноз ҡуйыуы. Икенсе тапҡыр инсульт кисергән ҡатынды Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының нейрососуд бүлегенә алып килеп тапшырҙылар.Яңы йылдан ашығыс медицина ярҙамы бригадаларының эшендә бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә бар. Әгәр ҙә быға тиклем пациентты иң яҡын урынлашҡан дауаханаға илтһәләр, хәҙер ауырыуға тейешенсә ярҙам күрһәтә алырлыҡ профилле медицина учреждениеһына алып баралар. 73 йәшлек ҡатын 22-се дауаханала реабилитация үтәсәк. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, әгәр ҙә уға ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, эҙемтәләр аяныслы булыр ине.Өфө ҡалаһы һәм районы буйынса берҙәм диспетчер үҙәге көн һайын өс меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә. Ә яңы йыл байрамдары ваҡытында был һан ике тапҡырға артҡан. Хәҙер инде ашығыс медицина бригадалары яйлап ғәҙәти эш режимына күсә.