Башҡортостан юлдарында аҡыллы светофорҙар менән юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк. Киләһе биш йылда төбәк юлдарында, Өфө һәм Стәрлетамаҡта ошондай 160 светофор урынлаштырыу көтөлә. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы транспорт сәғәтендә Өфө агломерацияһында интеллектуаль транспорт системаһын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Проект бер нисә бурысты бойомға ашырыуҙы күҙ уңында тота. Аҡыллы светофор һәм билдәләр юлдарҙағы тығын тураһында белдереп автомобиль хужаларына башҡа маршруттар тәҡдим итә, тиҙлек тәртибен күҙәтә, юл фажиғәләре, киҫкен һауа шарттары тураһында мәғлүмәт тапшыра ала. Проект юлдарҙа ауырлыҡ контролен үтәүгә өлгәшеүҙе лә тәьмин итә. Бар хәрәкәтте берҙәм диспетчер үҙәге күҙәтәсәк.
Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын төҙөлә
Тулыраҡ: Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын төҙөлә