Өфөлә яңы троллейбус

Тулыраҡ: Өфөлә яңы троллейбус

Киләһе көҙгә башҡала урамдарына Өфөлә төҙөлгән өр-яңы троллейбустың сығыуы көтөлә. Трамвай-троллейбус заводы йылына 100 машина етештереүгә иҫәп тота. Әлегә тиклем троллейбус өсөн кузовтар партнер предприятиеһында әҙерләнһә Өфө заводы быйылдан кузовтар етештереүҙе үҙ иңенә алырға ниәтләй. Июль айына һынау өлгөһө төҙөп, сентябрҙән предприятие троллейбустарҙы күпләп етештереүҙе яйға һалырға йыйына.