Батырҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай

Тулыраҡ: Батырҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай

Луганск халыҡ республикаһында Салауат Юлаев исемендәге Эҙәрмәндәр отряды ойошторолған. Алчев ҡалаһында булдырылған төркөм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан урындарҙы тикшерә һәм тарихын өйрәнә. Отрядҡа өлкәндәр һәм уҡыусылар инә. Ошо көндәрҙә йәш эҙәрмәндәре Өфө ҡалаһында һәм Шайморат ауылында булып ҡайтты.Луганск халыҡ республикаһынан килгән уҡыусылар Шайморатов тураһында фильмды бер тынһыҙ ҡарай. Сөнки, тап данлыҡлы генерал улар йәшәгән ерҙәрҙе фашист илбаҫарҙарынан азат иткән. Балалар үткәнен ойонтмаһын һәм уларҙың киләсәге лә тыныс булһын өсөн Алчев ҡалаһында йәшәүселәр күп көс һала. Улар Салауат Юлаев исемендәге Эҙәрмәндәр отряды ойоштороп, эшенә уҡыусыларҙы йәлеп итә.Күрше республиканың йәмәғәт ойошмалары, Эҙәрмәндәр отряды вәкилдәре 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары ерләнгән ҡәберлектәрҙе һәм һәйкәлдәрҙе тәрбиәләп, уларҙың данлыҡлы юлын өйрәнә.

Бынан тыш, ҡаҙыныу эштәре барышында башҡорт атлыларының әйберҙәрен дә табып, Башҡортостан музейҙарына тапшырып килә. Эҙәрмәндәр генерал Шайморатов тураһында яңы мәғлүмәттәр ҙә таба.Легендар 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яу менән 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтә. Айырым батырлыҡтары өсөн Юғары баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. 3 мең 860 яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 78-е Советтар Союзы геройы, бишәүһе – Дан ордены тулы кавалеры була. Әммә, улар араһында әлегә данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов юҡ. Бынан тыш 700 һалдат хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Һөйәктәрен табып, бөтә ҡанундар буйынса ер ҡуйынына тапшырыу – эҙәрмәндәрҙең төп бурысы. Алчев ҡалаһынан килгән уҡыусылар Өфө музейҙарында булды, шулай уҡ генераль Шайморатовтың тыуған ауылында урынлашҡан музейҙы һәм һәйкәлен ҡараны. Бынан тыш, улар Опто ауылында урынлашҡан шифаханала сәләмәтлеген нығытты. Балалар өсөн төрлө мәҙәни һәм күңел асыу саралары ла ойошторолдо.