Аксаков шыршыһы

Тулыраҡ: Аксаков шыршыһы

Башҡаланың элекке Аксаков халыҡ йортонда, хәҙерге башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Аксаков шыршыһы» тип аталған үҙенсәлекле байрам үтте. Өфө меценаттары ярҙамы менән ойошторолған сарала донъяға билдәле балалар табибы Леонид Рошаль да ҡатнашты. Роман исемле малайға 15 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан 3 ҡатмарлы операция кисерергә тура килгән. Ул, әлбиттә, барыһын да ҡыйыу үткәрә, әммә дауаханаларҙан бер аҙ арынырға кәрәк. Аксаков шыршыһы байрамына саҡырыу алғас бик ҡыуандыҡ тей, әсәһе Лилиә.Байрамға мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош шарттарында ҡалған, атайҙары хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған 300-гә яҡын бала килгән.

Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, Эт, Ҡабан балаһы, Ҡар Батшабикәһе уларҙың һәр береһенә күңел йылыһын бүлергә тырышты. Байрамға абруйлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылған.Улар араһында билдәле балалар табибы Леонид Рошаль да бар. Билдәле докторҙың ҡотлауҙарына Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов та ҡушылды. Байрамда ҡатнашыусылар танылған опера йырсыһы менән бергә йырлап та алды.Ә балалар өсөн иң төп яңы йыл бүләге ул – башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары башҡарыуында «Щелкунчик» балеты ине. «Аксаков шыршыһы» кеүек хәйриә сараларын йышыраҡ ойошторорға кәрәк, тине меценаттар. Байрамда Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. Мөмкинлектәре сикләнгән, үҙенсәлекле бала тәрбиәләгән ғаиләләргә республика хөкүмәте һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, тине Радий Хәбиров. Балалар тәмлекәстәр менән һыйланды, бүләккә «Ал сәскә» китабын алды һәм әкиәттең бер өлөшөн йөрәк түренә һалып ҡуйҙы.