Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк

Тулыраҡ: Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк

Быйыл 9-сы майҙа башҡала урамдарынан 1800 хәрби һәм 90 берәмек техника үтергә әҙерләнә. Республика Хөкүмәте ултырышында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләү мәсьәләһе тикшерелде. Башҡортостандың милли музейында Бөйөк Ватан һуғышы тарихына тотош зал арналған. Бындағы уҙенсәлекле әйберҙәр һәм ҡиммәтле мәғлүмәттәр республикала йәшәгән һәр кем өсөн асыҡ һәм билдәле булырға тейеш. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына музей күсмә күргәҙмәләр әҙерләй. Төп урынды иһә 112-се кавалерия дивизияһы һәм генерал Шайморатов тураһындағы тарихи документтар ала.Республиканың бар ҡала һәм райондарында еңеү байрамына арналған тантаналар ойошторола. Яугир һәйәкәлдәренә сәскәләр һалыу, Һуғыш тураһында спектакль һәм фильмдар ҡарау, концерт, флешмобтар, ветерандарға хөрмәт күрһәтеү акциялары ҡаралған.

Күләмле саралар иһә Өфөлә 8-9 майҙа үтәсәк. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, быйыл республикала беренсе тапҡыр тынлы оркестрҙар марш-парады ойошторола. Хәйер, Еңеү көнөндә тәүгә үтәсәк саралар тағы ла бар. Быйыл Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк. “Үлемһеҙ полк” рәттәре лә быйыл былтырғы менән сағыштырғанда күләмлерәк булыр, тип көтөлә. Башҡалаға байрам тантаналарында ҡатнашырға һәр ҡала райондан икешәр ветеран юлланасаҡ. Һуғышта ҡатнашҡан һәм уларға тиңдәр, яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына бер тапҡыр түләнәсәк аҡсалата ярҙам, башҡа социаль яҡлау саралары күрһәтеләсәк.Еңеү юбилейын билдәләүгә йәштәр ҙә әүҙем тотондо. Республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ ҡарамағындағы йөҙҙән ашыу сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ғәҙҙәттәге һәм яңы акцияларҙа мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, эҙәрмәндәр ҡатнаша.

Эҙәрмәндәр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына үҙ өлөшөн индерә. Быйыл Хәтер китабының өҫтәмә 23-сө томы нәшергә әҙерләнә. Һуңғы 25 йыл эсендә эҙәрмәндәр йәнә 10 меңдән ашыу яугирҙең яҙмышын асыҡлаған. Егерменсе быуаттың туҡһанынсы йылдарында Оборона министрлығының Америка Ҡушма Штаттары менән төҙөгән килешеүе һөҙөмтәһендә сит илгә сығарылған документтар, хәбәрһеҙ юғалған тип танылғандар исемлегендә яңы мәғлүмәттәр һәм эҙәрмән операциялары Хәтер китабына үҙгәрештәр индерә. Хәтер китабының өҫтәмә томын 9 май түгел, ә ил тарихындағы төп хәтер көнө – 22 июнгә — баҫтырып сығарыу көтөлә. Бөйөк Еңеүҙең бөйөк юбилейына арналған марафон үткән йылдың 7 ноябрендә башҡаланың Еңеү паркынан старт алһа, тантаналарға 100 көн ҡалғас, 30 ғинуарҙа Каруанһарай сауҙа комплексы майҙанында иҫәп стелаһын ҡабыҙыу көтөлә.