Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1943 йылда конструкторҙар уны камиллаштыра һәм ГАЗ-63 артиллеристарҙың алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһына әйләнә. Ә һеҙ киләһе репортажда күрәсәк автомобиль 1957 йылда сығарылған. Ойошма хеҙмәткәрҙәре уны нисек тергеҙгән һәм предприятие тағы ла ниндәй йүнәлештәрҙә үҫешә? Теләһә ниндәй юлдан йөрөй алған ошо автомобиль Совет Армияһының иң билдәле машиналарының береһе. Уны тергеҙеү өсөн запчастарҙы Тәтешле оҫталары бөтә илдән тиерлек йыйған. Двигателдең ҡайһы бер деталдәрен, мәҫәлән, Горький автомобилдәр эшләү заводының үҙендә табалар.
Ә машинаны ҡороу өсөн бер йыл китә.Эш бер нисә цехта бара. Ошондай матурлыҡты тыуҙырған тимерселәргә лә тырышырға тура килә. Үрге Тәтешлелә урынлашҡан был ойошмала 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Киләсәккә алмаштар ҙа ошонда уҡ әҙерләнә. Профтехучилище һәм колледж студенттарына уҡыу йылдарынан уҡ остаздар беркетелә. Ә көҙ айҙарында ойошма хеҙмәткәрҙәре балалар һәм өлкәндәр өсөн ял урынын тәртипкә килтергән. Тимер-бетон ҡоролмаларҙы һәм һырлы эскәмйәләрҙе предприятиеның етештереү базаһында эшләйҙәр. Компания белгестәренең тағы ла бер үҙенсәлекле шөғөлө бар.Был пилотһыҙ осоу аппараты өс сәғәттән ашыу һауаны иңләй һәм сәғәтенә 150 саҡырым тиҙлек йыя ала. Инде алты йыл ойошма картография, топография һәм геодезия аэрофоторәсемен әҙерләү менән шөғөлләнә. Ә былтыр ойошма яңы йүнәлеш – юлдарға капиталь ремонт үткәреүҙе үҙләштергән. Киләсәккә пландар ҙа ҡыйыу – заказдар күләмен һәм етештереү ҡеүәтен арттырыу. Ул иһә ауылда яңы эш урындарын булдырасаҡ.