Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар көтөп алған белем усағы тантаналы рәүештә асылды. Мәктәп һәм балалар баҡсаһын берләштергән яңы объект 2018 йылдың март айында төҙөлә башлаған. Проектты финанслау өсөн 370 миллион һум аҡса бүленгән. 82 кеше эш менән тәъмин ителә. Мәктәп 640 уҡыусыға, балалар баҡсаһы 160 балаға иҫәпләнгән. Әммә әленән үк уҡыусыларҙың һаны 700-ҙән ашыу. Яңы Иглин микрорайоны көндән көн үҫә, яңы ғаиләләр бында төпләнә. Әле яңы Иглиндә 3 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Йәш ғаиләләр өсөн белем усағы иң мөһим мәсъәләләрҙең береһе.Яңы заманса йыһазландырылған мәктәп Иглин ауылында иң ҙур белем усағы иҫәпләнә. Кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазланған.Тарих кабинетында тарихи ваҡиға – мәктәп ишектәрен асҡан көндө үк директор менән Өфө дәүләт нефть техник университеты килешеү төҙөнө. Өлкән синыф уҡыусылары профиль йүнәлештә уҡыясаҡ һәм киләсәктә техник юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн әҙерлек үтәсәк.Балаларҙың физик үҫешенә айырым иғтибар бүленә. Мәктәптә ике ҙур спорт залы урын алған. Шулай уҡ балалар баҡсаһы ла иғтибар үҙәгендә, улар өсөн дә айырым гимнастика залы бар. 2 ясли төркөмөндә 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге балалар ҡабул ителәсәк, шулай уҡ 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға тағы ла 6 төркөм эшләй.Балалар баҡсаһы төркөмдәре заманса техника, уйынсыҡтар, мебель менән йыһазландырылған.
Бүлмәләр йылы, иҙәндәр ҙә хатта йылытылған. Яңы белем биреү учреждениеһы 5 га ерҙе биләй...шуның 2 га спорт һәм уйын майҙансыҡтары төҙөлгән. Билдәле булыуынса майҙансыҡтар тулыһынса махсус япма менән ябылған. Әле бында көрт. Уның сифатын яҙын ҡар ирегәс кенә баһаларға мөмкин буласаҡ.Волейбол, футбол, баскетбол уйындарын асыҡ һауала уйнарға мөмкин буласаҡ. Республикала мәғариф өлкәһе иғтибар үҙәгендә. Үткән йыл Башҡортостанда 21 мәктәп, 22 балалар баҡсаһы сафҡа ингән.5-се мәктәп һәм балалар баҡсаһы тулыһынса тупланған. Ә теләүселәр һаны күп. Киләсәктә Яңы Иглин микрорайонында 3 балалар баҡсаһы төҙөлөү күҙаллана. Беренсеһе 2021 йылда ҡулланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ тағы ла 3 мәктәп төҙөләсәк.