Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Тулыраҡ: Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри уңыштарға өлгәшкән иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лайыҡ булды. Рәсәйҙең тәүге баҫмаһы “Ведомости” донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит–журналдар һаны ҡырҡа артып меңдән ашып китте. Телевидение, радио хәбәрселәре, ваҡытлы баҫмаларҙа эшләүселәрҙең барыһын да бер маҡсат берләштерә- дөрөҫ мәғлүмәт еткереү. Сарала уларҙың был йәһәттән башҡарға эше юғары баһаланды.